Был көн Рәсәй тарихының иҫтәлекле даталар календарына индерелеп, дәүләт кимәлендә Ватан алдындағы хәрби бурысын үтәгән яугирҙарҙы иҫкә алыу көнө булараҡ билдәләнә.
13 февралдә Красноусолдағы Хәтер аллеяһы янындағы майҙанда үткән митингыға район етәкселеге, хәрби бәрелештәр ветерандары, МХО яугирҙары, йәштәр, мәктәп уҡыусылары, предприятие-учреждение-ойошмаларҙан вәкилдәр йыйылды.
Йыйылыусыларҙы башта район хакимиәте башлығының мобилизация эштәре буйынса ярҙамсыһы Владимир Герасимов тәбрикләне, Афғанстан яугирҙарын иҫкә алыуға арналған митингыны асыҡ тип иғлан итте. Гимндар тыңлағандан һуң, район хакимиәте башлығы Венер Вахитов, Ауырғазы һәм Ғафури райондары буйынса хәрби комиссар Денис Ғималов, Рәсәй Геройы Фәрүәт Яҡупов исемендәге хәрби бәрелештәр ветерандар йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Илфат Закиров сығыш яһаны.
Сығыш яһаусыларҙан һуң, яуҙа һәләк булғандарҙы иҫкә алыу өсөн бер минут тынлыҡ иғлан ителде. Митинг һуңында локаль һуғыштарҙа башын һалған яҡташтар һәйкәленә веноктар һәм ҡыҙыл ҡәнәфер сәскәләре һалынды. Иҫкә алыу сараһы район мәҙәниәт һарайында байрам концерты менән тамамланды.
Индира ИШКИНА.