Бөтә яңылыҡтар
9 Май - Бөйөк Еңеү көнө
16 Февраль , 14:20

Ленара Иванова республиканың хеҙмәт министры вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға эшкә күсә.

Ленара Иванова республиканың хеҙмәт министры вазифаһын ҡалдырҙы
Ленара Иванова республиканың хеҙмәт министры вазифаһын ҡалдырҙы

Был турала Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә белдерҙе.

Билдәле булыуынса, Иванова 15 йылдан ашыу республиканың хеҙмәт министрлығы менән етәкселек итте. Парламентта ул закон сығарыу эшмәкәрлеге менән шөғөлләнәсәк. Радий Хәбиров экс-министрға эше өсөн рәхмәт әйтте һәм награда тапшырҙы.

«Һәр көн иртән, үҙемдең эш бүлмәһенә ингәндә, кешеләрҙең тормошон еңеләйтергә мөмкинлек биргән эш өсөн Хоҙайға рәхмәт әйтә торғайным. Ошо ваҡыт эсендә мин бар көсөмдө һалып тырыштым, ҡайһы берҙә, бәлки, артыҡ эмоциональ булғанмындыр, сөнки һәр мәсьәлә артында айырым кешенең йәшәү сифаты тора. Байтаҡ эштәр башҡарылған, беҙҙе федераль кимәлдә күрәләр, хөрмәт итәләр һәм хуплайҙар. Әлбиттә, күп кенә башланғыстар республика етәксеһенең халыҡтың проблемаларына шәхси мөнәсәбәтенән сығып барлыҡҡа килде. Әйтәйек, инвалидтар эштәре буйынса координация советы, «Кәртәләрҙе Емереп» форум-күргәҙмәһе, «Салют» үҙәген дә төҙөнөк, «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек» проекты – быларҙың барыһы ла республиканың визит карточкаһына әүерелде. Үҙемдән һуң барлыҡ бурыстарҙы ла үтәй алған көслө команданы ҡалдырам», – тип белдерҙе Ленара Иванова.

 

Фото: Валерий Шахов / Башинформ

Ленара Иванова республиканың хеҙмәт министры вазифаһын ҡалдырҙы
Ленара Иванова республиканың хеҙмәт министры вазифаһын ҡалдырҙы
Автор: Индира Ишкина
Читайте нас