Ярыштар “Рәсәй спорты” дәүләт программаһы сиктәрендә ойошторолдо, ул йәш быуын араһында сәләмәт тормош рәүешен һәм спортты популярлаштырыуға йүнәлтелгән.
Ике көн дауамында район мәктәп уҡыусылары үҙҙәренең физик әҙерлеген бер нисә дисциплинала күрһәтте: йүгереү, эскәмйәнән эйелеү, турникта тартылыу, 50 метрға йөҙөү һәм 1, 2, 3 километр дистанцияға саңғыла уҙышыу.
Бөтә һынауҙар йомғаҡтары буйынса дөйөм команда иҫәбендә беренсе урынды Красноусолдағы 1-се урта мәктәп командаһы яуланы. Көмөш призёрҙар булып 2-се мәктәп уҡыусылары танылды, Аҡкүл урта мәктәбе командаһы – 3-сө урында.
Ҡотлайбыҙ!
ГТО фестиваленең республика этабы 25-27 февралдә Күмертау ҡалаһында үтәсәк.