Ярыштар Ватанды һаҡлаусылар көнөнә һәм махсус хәрби операция барышында батырҙарса һәләк булған кесе сержант Айнур Йәнешев иҫтәлегенә арналды. Турнирҙа 350 спортсы ҡатнашты. Келәмгә Һамар, Өфө, Салауат, Мәләүез, Ишембай, Туймазы, Бөрө ҡалаларынан, шулай уҡ республиканың Ғафури, Ҡыйғы, Өфө һәм Миәкә райондарынан көрәшселәр сыҡты. Ярыштар йомғаҡтары буйынса еңеүселәр һәм призерҙар миҙалдар, кубоктар һәм грамоталар менән бүләкләнде. Геройҙың иҫтәлеген хөрмәтләргә һәм лайыҡлы көрәш күрһәтергә килгәндәрҙең барыһын да ҡотлап, рәхмәт һүҙҙәре еткерелде.