Ул махсус хәрби операцияла ҡатнашып, яу яланында һәләк булған Имәндәш ауылы Геройҙары иҫтәлегенә арналды. Сараның төп ойоштороусыһы һәм бағыусыһы булып МХО - хәрби хәрәкәттәр ветераны Айрат Әғләнур улы Йәғәфәров сығыш яһаны.
-Уға, шулай уҡ меценаттарға: Р.М. Рәшитовҡа, Ғ.Ғ. Хисмәтовҡа, М.К. Урманшинға, Р.Р. Мәхмүтовҡа, С.Ғ. Түзбәковҡа ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ, һеҙҙең ярҙамһыҙ бер ни ҙә булмаҫ ине! Һәм, әлбиттә, күңелле мөхит тыуҙырған ҡәҙерле уҡытыусыларыбыҙға һәм мәктәп хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт, - тигән изге теләктәрен еткерәләр.
Рәсми өлөштән һуң, командалар өсөн көсөргәнешле бәйге башланып, ярыштар Юлыҡ ауылы волейболсылары еңеүе менән тамамланды. Имәндәштәр – 2-се, Ҡарағай ауылы командаһы 3-сө урын яуланы.