Бөтә яңылыҡтар
9 Май - Бөйөк Еңеү көнө
24 Февраль , 11:57

Йәш уҡсылар мәргәнлектә ярышты

21 февралдә Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының спорт залында “Мәргән уҡсы” бәйгеһе үтте.

Йәш уҡсылар мәргәнлектә ярышты
Йәш уҡсылар мәргәнлектә ярышты

Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған ярыштарҙа 7-14 йәштәге балалар һәм үҫмерҙәр  үҙ-ара мәргәнлектә көс һынашты. Турнирҙа Красноусолдан, Аҡкүл, Юлыҡ, Ҡауарҙы, Сәйетбаба, Ҡаранйылға ауылдары мәргәндәре ҡатнашты. Сара район мәҙәниәт бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Эльвира  Сабирова һәм КБГИ директоры Гөлсөм Монасиповаларҙың сәләмләүе, изге теләктәре менән асылды. Тап ошо көндө Халыҡ-ара туған телдәр көнө билдәләнеп, турнирҙа ҡатнашыусылар барыһы бергә “Башҡорт телендә һөйләшәм” йырын башҡарҙы.

Ярыштар өс йәш төркөмөндә үтте.  7-9 йәшлектәр 10 метр, 10-12 йәшлектәр – 12, 13-14 йәшлектәр 15 метрға атып, үҙ мәргәнлеген һынаны.  Уҡсыларҙың мәргәнлеген судьялар Илһам Байбулдин, Айрат Сәйфуллин, Кәрим Кәримов, Илшат Хәбибуллин баһаланы.

Йәш уҡсылар бар этаптарҙы үтеп бөткәс, махсус приз өсөн мәргәнлеген һынаны – 15 метрҙа элеп ҡуйылған алмаға атып тейҙерергә тейештәр ине. Был бәйгелә Дим Рәхимов менән Арина Ямғурова иң мәргәндәре тип табылды.

7-9 йәшлек малай-ҡыҙҙар араһындағы ярыш Марсель Кальсин менән Айлина Хәбибуллинаның еңеүе менән тамамланды. Эмир Йәрмиев менән Зарина Баһауетдинова – 2-се, Баязит Ғәлимов менән София Юлмөхәмәтова 3-сө урындар яуланы (барыһы ла Красноусолдан).

10-13 йәшлектәрҙән: Асҡар Ғатауллин (Сәйетбаба) менән  Дилә Абдуллина (Ҡауарҙы) – 1-се, Рәнис Ғәлин (Ҡауарҙы) менән Самира Ноғайғолова (Красноусол) – 2-се, Әмирхан Кәримов (Юлыҡ) менән Настасья Карпунина (Аҡкүл) 3-сө урындарға лайыҡ булды.

14-17 йәшлектәрҙән: Дим Рәхимов менән Арина Ямғурова (икеһе лә Красноусолдан) – 1-се, Алмаз Фәтҡолов (Красноусол) менән Гөлнәзирә Кәримова (Юлыҡ) – 2-се, Ислам Вәлеев (Ҡаранйылға) менән Илвина Фәйзуллина (Красноусол) 3-сө урындарҙы яуланылар.

Турнирҙы ойоштороусылар уны уҙғарыуҙа бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән шәхси эшҡыуарҙар: Гүзәл Йәрмөхәмәтоваға (“Бренд Этномаг”),  Марат Юнысовҡа (“Трофей” магазины), Рәмзил Солтанморатовҡа (“Музашоп” магазины), шулай уҡ район хакимиәтенә, “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһына, мәҙәниәт бүлегенә һәм Н.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатына рәхмәт һүҙҙәрен еткерәләр.

  

Йәш уҡсылар мәргәнлектә ярышты
Йәш уҡсылар мәргәнлектә ярышты
Йәш уҡсылар мәргәнлектә ярышты
Йәш уҡсылар мәргәнлектә ярышты
Автор: Индира Ишкина
Читайте нас