Бөтә яңылыҡтар
9 Май - Бөйөк Еңеү көнө
25 Февраль , 14:15

Бөгөн Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы көнө билдәләнә

Бөгөн, 25 февралдә, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы көнө билдәләнә.

Бөгөн Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы көнө билдәләнә
Бөгөн Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы көнө билдәләнә

Тап ошо көндә 1992 йылда Башҡорт ССР-ы Юғары Советы республиканың рәсми символдарының береһенә әүерелгән яңы флагты раҫлай.

Башҡортостандың дәүләт флагы йәшел, аҡ һәм күк төҫтәрҙән (аҫтан өҫкә) тора. Аҡ һыҙаттың уртаһында ете тажлы ҡурай сәскәһен уратып алған алтын түңәрәк.

Башҡортостан флагындағы күк төҫ – республика халыҡтарының уй-ниәттәренең изге булыуын, сафлыҡты; аҡ – тыныслыҡ һөйөүҙе, асыҡлыҡты, үҙ-ара хеҙмәттәшлеккә әҙерлекте; йәшел – азатлыҡты һәм тормоштоң мәңгелек булыуын аңлата. Ҡурай сәскәһе – дуҫлыҡ билдәһе, уның ете тажы Башҡортостан халыҡтарының берләшеүенә башланғыс һалған ете ырыуға ишара.

Флагтың барлыҡҡа килеү тарихы БАССР-ҙың Министрҙар Советы иғлан иткән дәүләт символдарының иң яҡшы варианттарына конкурстан башлана. Йәмғеһе 40-ҡа проект тәҡдим ителә. Күк, йәшел, аҡ һыҙатлы һәм йәшел һыҙат уртаһында ҡурай сәскәһе төшөрөлгән вариант ҙур хуплау таба. Юғары Совет раҫлаған флаг вариантының авторҙары – Ольга Асабина һәм рәссам Урал Мәсәлимов.

«Башҡортостан флагы республика халҡының берҙәмлеген символлаштыра. Ул ата-бабаларыбыҙҙың ҡаһарманлығын иҫкә төшөрөп тора һәм яңы уңыштарға илһамландыра. 

Бөгөн флаг республикабыҙҙы һаҡлаусыларҙың батырлыҡ, намыҫ һәм бер-береңә ярҙам итеү символы ла булып тора. Башҡортостан флагы төшөрөлгән шеврон хәҙер таный торған билдә генә түгел, ә ҡаһарманлыҡ, ҡыйыулыҡ һәм антҡа тоғролоҡ символы ла», – тине республика Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү советы рәйесе Зөлфиә Ғайсина.

"Башинформ"

Бөгөн Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы көнө билдәләнә
Бөгөн Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы көнө билдәләнә
Автор: Индира Ишкина
Читайте нас