Районыбыҙҙың ике күп балалы ғаиләһе: Курорт ауылынан Айгөл һәм Рәмил Марваевтар, шулай уҡ Сәйетбаба ауылынан Гөлдәр һәм Илһам Фәхретдиновтар лайыҡлы сығыш яһаны. Марваевтар ғаиләһе Гран-приға һәм 100 мең һумлыҡ бүләккә лайыҡ булды, ә Фәхретдиновтар ғаиләһе “Ғаилә кәсебе” номинацияһында 2-се урын һәм 50 мең һумлыҡ бүләк алды. “Ғаилә” милли проекты сиктәрендә уҙғарылған конкурс Башҡортостанда ҙур һәм татыу ғаилә йылында айырыуса әһәмиәткә эйә булды. Сара ғаилә ҡиммәттәрен һәм милли традицияларҙы һаҡлауға һәм нығытыуға йүнәлтелгән.
-Еңеүселәребеҙҙе ҡотлайым! Һеҙ - күптәр өсөн өлгө. Һеҙгә бәхет, именлек һәм өлгөлө ғаилә исемен ғорурлыҡ менән йөрөтөүегеҙҙе теләйем! – тине ғаиләләрҙе ҡотлап, район хакимиәте башлығы Венер Вахитов.