Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостанда мәктәп директорҙары урынбаҫарҙарына өҫтәп 30 мең һум аҡса түләнә

Был тәрбиәүи эш буйынса урынбаҫарҙарға ҡағыла, уларға уҡыусыларҙың деструктив тәртибен иҫкәртеү йөкмәтелә.

Башҡортостанда мәктәп директорҙары урынбаҫарҙарына өҫтәп 30 мең һум аҡса түләнә
Башҡортостанда мәктәп директорҙары урынбаҫарҙарына өҫтәп 30 мең һум аҡса түләнә

Башҡортостан Башлығының мәктәптәрҙә иҫкәртеү һәм психологик эштәрҙе көсәйтеү тураһында указы менән республиканың Мәғариф министрлығына директорҙарҙың тәрбиә эше буйынса урынбаҫарҙарын уҡыусыларҙың деструктив тәртибен иҫкәртеү өсөн яуаплы итеп билдәләү һәм улар өсөн вазифа инструкцияларын раҫлау бурысы йөкмәтелә.

Быйыл 1 марттан уларға өҫтәп 30 мең һум аҡса тәғәйенләнә, был террорға ҡаршы яҡланғанлыҡ буйынса 1-се һәм 2-се категорияға ҡараған мәктәптәргә ҡағыла. Был түләүгә  15% Урал коэффициенты өҫтәлә. Директор урынбаҫары өсөн һөҙөмтәлелек күрһәткестәре исемлеге раҫлана.

Фото: Азат Мөхәмәтйәнов / «Башинформ»

Башҡортостанда мәктәп директорҙары урынбаҫарҙарына өҫтәп 30 мең һум аҡса түләнә
Башҡортостанда мәктәп директорҙары урынбаҫарҙарына өҫтәп 30 мең һум аҡса түләнә
Автор: Индира Ишкина
Читайте нас