Бында үҙҙәренең һөнәргә тәүге аҙымдарын Башҡорт дәүләт медицина университетының 2-се курс студенттары Гөлнара Кәримова менән Максим Антонов яһай. Икеһе лә маҡсатлы йүнәлтмә буйынса уҡый, тимәк, Ғафури медицинаһының киләсәге лә улар ҡулында. Буласаҡ табиптар өсөн хәҙер ҡыҙыу мәл: лекциялар урынына район үҙәк дауаханаһының ысын эше менән танышыу. Улар әле икенсе курста ғына, әммә ни өсөн һөнәргә килгәндәрен аныҡ беләләр.
Юлыҡ ауылынан Гөлнараны медицинаға шәхси өлгө этәргән. Уның апаһы, фельдшер хеҙмәтенә 40 йыл ғүмерен бағышлап, һеңлеһенә эшен яратыуҙы ғына түгел, уның мөһимлеген аңлауҙы ла тапшыра алған. Аҡкүл ауылынан Максим да юҡҡа ғына Башҡорт дәүләт медицина университетын һайламаған: уларҙың ғаиләһендә был традиция, әсәһе һәм апаһы фармацияға арналан. Үҙе дерматолог булырға ниәтләй.
Красноусол район үҙәк дауаханаһының баш шәфҡәт туташы Эльвира Ишбулдина:
- Инициативалы йәштәр менән эшләргә бик шатмын. Улар практика үтеп кенә ҡалмай, ә ысынлап та бөтәһен дә аңларға һәм өйрәнергә теләйҙәр. Уларҙан бик яҡшы табиптар үҫеп сығыр тип ышанам! - ти.