Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостанда йәшәүселәр яраланған яугирҙар янына бушлай барып ҡайтыу хоҡуғын а

Рәсәйҙең Оборона министрлығы ошондай башланғыс менән сығыш яһаны.

Башҡортостанда йәшәүселәр яраланған яугирҙар янына бушлай барып ҡайтыу хоҡуғын а
Башҡортостанда йәшәүселәр яраланған яугирҙар янына бушлай барып ҡайтыу хоҡуғын а

Рәсәйҙең Оборона министрлығы ирекле формированиеларҙа хәрби бурысын үтәгән МХО яугирҙәренең туғандарына һәм яҡындарына бушлай юл йөрөү хоҡуғын биреү башланғысы менән сығыш яһаны. Закон проекты тураһында фекер алышыу бара.

“Башинформ” асыҡлауынса, илдең оборона ведомствоһы тимер юл, һауа, һыу һәм автомобиль транспорты менән яраланған хәрби хеҙмәткәрҙең йәшәгән урынынан дауаланған урынына тиклем бушлай барып ҡайтыу хоҡуғын бирергә тәҡдим итте.  Туғандары әлеге ярҙам сараһы менән бер тапҡыр файҙалана ала.

Бынан алдараҡ агентлыҡҡа ил президентының ирекле формированиеларҙа хәрби бурысын үтәгән граждандарға, уларҙың ғаилә ағзаларына өҫтәмә социаль ярҙам саралары тураһында указына үҙгәрештәр индереүҙәре мөмкин икәнлеге билдәле булды. Һүҙ бер тапҡыр бирелә торған түләүҙең суммаһын арттырыу хаҡында бара. Ошо хаҡта тулыраҡ “Башинформ”  материалында уҡығыҙ.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2026-03-13/zhiteli-bashkirii-mogut-poluchit-pravo-besplatnogo-proezda-do-ranennyh-boytsov-4613208

 

Фото: Эдуард Ҡусҡарбәков | Башинформ

Башҡортостанда йәшәүселәр яраланған яугирҙар янына бушлай барып ҡайтыу хоҡуғын а
Башҡортостанда йәшәүселәр яраланған яугирҙар янына бушлай барып ҡайтыу хоҡуғын а
Автор: Индира Ишкина
Читайте нас