Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн реабилитация базаһын киң масштаблы яңыртыу тураһында хәбәр итте.
2028 йылға тиклем республиканың 21 медицина учреждениеһы «Һаулыҡты тергеҙеү өсөн оптималь медицина реабилитацияһы» федераль проекты сиктәрендә заманса ҡорамалдар аласаҡ. Федераль бюджеттан дөйөм финанслау суммаһы - 600 миллион һум.
Министр аңлатыуынса, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы медицина реабилитациялауҙың төп бурыстары - яраланғандан һуң комплекслы тергеҙеү, дауалауҙы коррекциялау өсөн федераль үҙәктәрҙә консультациялар үткәреү. Һәр яугир өсөн психотерапевтик реабилитация һәм ярҙам программаһы, шулай уҡ оҙайлы индивидуаль реабилитация программаһы эшләнә.
«Беҙ тотороҡло дефекттар булғанда көнкүрештә функциональ бойондороҡһоҙлоҡҡа өлгәшәбеҙ, шулай уҡ социаль һәм хеҙмәт эшмәкәрлегенә әҙерлек алып барабыҙ», - тип билдәләне Айрат Рәхмәтуллин.
Республика һуғыш ветерандары госпиталендә 5,5 меңгә яҡын махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы амбулатор дауаланған, 2,5 меңе стационарҙа дауаланған, 1,5 мең яугир реабилитация үткән. Уларҙың күбеһе хеҙмәтен дауам итеү өсөн алғы һыҙыҡҡа кире ҡайтҡан.
Республика психотерапевтик үҙәге базаһында яугирҙар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн махсуслаштырылған Психологик реабилитация үҙәге булдырылған. Тәүлек әйләнәһенә ышаныс телефоны эшләй.
Министр билдәләүенсә, эш заманса технологияларҙы иҫәпкә алып һәм федераль медицина үҙәктәре менән тығыҙ бәйләнештә ойоштороласаҡ.