-Толпар ауылында күп функциялы комплекс булдырыу планлаштырыла. Заманса киңлектә балалар һәм йәштәр өсөн мәғариф үҙәге буласаҡ, был балаларға үҙҙәренең тыуған ауылында үҫешеү һәм ял итеү өсөн шарттар тыуҙырасаҡ.
Шулай уҡ бында ҡунаҡхана һәм ресторан да барлыҡҡа киләсәк. Толпар – беҙҙең иң матур урындарыбыҙҙың береһе. Туристик потенциал арта, һәм унда сифатлы хеҙмәтләндереү бик кәрәк.
Таш-Аҫта ауылында тиҙ туҡланыу нөктәһе асыласаҡ, был да популяр туристик зона өсөн бик мөһим һәм кәрәкле. Яңы кафе райондың ҡунаҡсыллыҡ кимәлен күтәрәсәк һәм ҡунаҡтар өсөн дә, урындағы халыҡ өсөн дә уңайлы ял итеү урыны буласаҡ.
Эш урындары булдырырға һәм Ғафури районын үҫтерергә әҙер булған инициативалы кешеләрҙе һәр ваҡыт хуплаясаҡбыҙ. Профильле хеҙмәттәргә инвесторҙарға тулы ярҙам күрһәтергә ҡуштым, - тине район хакимите башлығы Венер Вахитов.