Бөтә яңылыҡтар

Миңзилә Лоҡманова “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” миҙалы менән бүләкләнде

“Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” конкурсы Башҡортостандың күренекле ҡатын-ҡыҙҙарын йыйҙы. “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостан Республикаһындағы филиалы ярҙамы менән юбилейлы Х Бөтә Рәсәй “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” конкурсы үтте.

Миңзилә Лоҡманова “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” миҙалы менән бүләкләнде
Миңзилә Лоҡманова “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” миҙалы менән бүләкләнде

Конкурстың финалы баш ҡаланың “Торатау” Конгресс-холында уҙҙы.

Быйыл конкурстың финалының почётлы ҡунағы булып Рәсәй Халыҡтары ассамблеяһы генераль директоры урынбаҫары Ирина Бабакова килде.

Наградаға лайыҡ булғандар араһында – Рәсәй Геройҙарының әсәләре һәм тол ҡатындары, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ҡатындары, әүҙем йәмәғәт-мәғрифәтселек эшмәкәрлеге алып барған ҡатын-ҡыҙҙар бар ине.

Ошо проекттың авторы һәм етәксеһе булған фонд филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина Башҡортостан Республикаһы Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең юғары наградаһын – Рабиға Ҡушаева исемендәге “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” миҙалын тапшырҙы. Уға гуманитар ярҙам йыйыуҙа әүҙем ҡатнашҡан, хәйриә, ирекмәнлек эшмәкәрлегендә һәм патриотик эштәр үткәреүҙә ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙҙар лайыҡ булды.

 Беҙҙең Ғафури районынан Сәйетбаба ауылында йәшәүсе Миңзилә Рәсүл ҡыҙы Лоҡманова ла “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” миҙалы менән бүләкләнде. Батыр ул (Филүс) тәрбиәләп үҫтергән әсә - Миңзилә Рәсүл ҡыҙы улдары МХО-ла һәләк булғас, тормош иптәше Ғәбделхәй Ғабдулхаҡ улы менән хәйриәлек, ирекмәнлек эшмәкәрлегенә бағышлағандар. Ҡотлайбыҙ!


Миңзилә Лоҡманова “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” миҙалы менән бүләкләнде
Миңзилә Лоҡманова “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” миҙалы менән бүләкләнде
Миңзилә Лоҡманова “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” миҙалы менән бүләкләнде
Миңзилә Лоҡманова “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” миҙалы менән бүләкләнде
Миңзилә Лоҡманова “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” миҙалы менән бүләкләнде
Миңзилә Лоҡманова “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” миҙалы менән бүләкләнде
Миңзилә Лоҡманова “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” миҙалы менән бүләкләнде
Автор: Индира Ишкина
Читайте нас