Тап был көндө ошо уңайҙан районыбыҙҙың барлыҡ мәҙәни хеҙмәткәрҙәр мәҙәниәт һарайында һөнәри байрамдарын билдәләргә йыйылды. Уларҙы байрамдары менән ҡотларға район хакимиәте башлығы Венер Вахитов, Красноусол үҙәк район дауаханаһының баш табибы Искәндәр Минасов, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Фаил Зәйнетдинов килде. Шулай уҡ мәҙәниәт бүлеге начальнигы Эльвира Сабирова, район ветерандар советы рәйесе Эльвира Мөлөкова, “Тепловодоснабжение” МУП-ы директоры вазифаһын башҡарыусы Наталья Соколова, райондың барлыҡ ауыл биләмәләре хакимиәттәре башлыҡтары исеменән Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе башлығы Миңнира Шәйәхмәтова, М. Шайморатов исемендәге республика ирекмәндәр штабы филиалы булған “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” район ирекмәндәре штабы етәксеһе Рәмзиә Насирова, урман хужалығы етәкселеге исеменән инспектор Әлиә Рәхимова, Балалар ижады үҙәге коллективы, район полицияһы исеменән һәм башҡалар тәбрик һүҙҙәрен еткерҙеләр. Ҡотлауҙар төрлө кимәлдәге бүләкләүҙәргә һәм сағыу концерт номерҙарына үрелеп барҙы.