Ул “Балаларға аманат” проекты сиктәрендә республика Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырылған. Маҡсаты булып башҡорт телен һаҡлау һәм мәктәпкәсә йәштәге балаларҙа башҡорт милләте мәҙәниәтен тәрбиәләү тора.
Балалар баҡсаһы коллективының шатлығын уртаҡлашырға район хакимиәте башлығының иҡтисади мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлнара Ғөбәйҙуллина, Н.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты директоры Гөлсөм Монасипова, район мәғариф бүлегенең мәктәпкәсә тәрбиә буйынса методисы Лира Бәхтийәрова килде.