+6 °С
Ясно
Антитеррор

Александр Волков районыбыҙҙың Йәмәғәт палатаһы ултырышында ҡатнашты

27 мартта район хакимиәтендә Йәмәғәт палатаһының урындағы бүлексәһе ағзаларының Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһының инфраструктураны һәм биләмәне үҫтереү, хәүефһеҙлек, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, транспорт һәм юл хужалығы буйынса комиссия рәйесе Александр Волков менән осрашыуы үтте.

Унда “Башҡорт ихаталары”н һәм төҙөкләндереүҙе контролдә тотоу,  НКО проекттарын һәм “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы”н тормошҡа ашырыу, волонтёрлыҡ һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға  һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам мәсьәләләре тураһында һүҙ барҙы. Кешеләрҙе борсоған проблемалар ҙа бәйән ителде.

Автор:Индира Ишкина
Читайте нас