+6 °С
Ясно
Антитеррор

Апрелдең тәүге ял көндәрендә районда спорт йомғаҡтары

✔ 4 апрелдә Стәрлетамаҡ физик культура колледжында Сергей Туленков иҫтәлегенә республика турниры үтте.

Апрелдең тәүге ял көндәрендә районда спорт йомғаҡтарыАпрелдең тәүге ял көндәрендә районда спорт йомғаҡтары
Апрелдең тәүге ял көндәрендә районда спорт йомғаҡтары

Унда Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Әбйәлил һәм Йылайыр райондарынан командалар булды. Районыбыҙҙың Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең ҡыҙҙар волейбол йыйылма командаһы 1-се урын яуланы.

✔ Шул уҡ көндә Красноусол ауылындағы “Еҙем” ФОК-ында Ғафури районы хакимиәте башлығы кубогына грэпплинг спорт көрәше буйынса асыҡ турнир үтте. Ярыштар Башҡортостан Республикаһынан һәм Ырымбур өлкәһенән 22 команданан торған 300-ҙән ашыу ҡатнашыусыны үҙенә йыйҙы.

✔ 3-5 апрелдә Өфөлә “Аҡ ладья” һәм “Шахмат яланы” шахмат буйынса республика ярыштары үтте. Турнирҙар республика ҡалалары һәм райондарының 20 мәктәбенән 80 ҡатнашыусыны йыйҙы. Ғафури районын  күрһәткән Красноусолдағы 2-се урта мәктәп командаһы дөйөм команда иҫәбендә 2-се урынды алды. Даниил Садиҡов “Шахмат яланы-2026” чемпионы булып танылды - беренсе таҡтала  1-се урын; Назар Әбсәләмов  - икенсе таҡтала  3-сө урын; Тимур Фәхретдинов - өсөнсө таҡтала 2-се урын; Аделина Ишмырҙина - дүртенсе таҡтала 2-се урын.

Ярыштар күләмле спортты үҫтереүгә йүнәлтелгән “Рәсәй спорты” дәүләт программаһы сиктәрендә үтте.

Спортсыларыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!

Апрелдең тәүге ял көндәрендә районда спорт йомғаҡтары
Апрелдең тәүге ял көндәрендә районда спорт йомғаҡтары
Апрелдең тәүге ял көндәрендә районда спорт йомғаҡтары
Апрелдең тәүге ял көндәрендә районда спорт йомғаҡтары
Апрелдең тәүге ял көндәрендә районда спорт йомғаҡтары
Апрелдең тәүге ял көндәрендә районда спорт йомғаҡтары
Апрелдең тәүге ял көндәрендә районда спорт йомғаҡтары
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас