Ғөбәҙиә – тәмле ризыҡ

Ҡунаҡтар килгәндә табындың биҙәге ул. (Рецебын үҙегеҙгә һаҡлап ҡуйырға онотмағыҙ).

Ғөбәҙиә – тәмле ризыҡҒөбәҙиә – тәмле ризыҡ
Ғөбәҙиә – тәмле ризыҡ

Ғөбәҙиә бешереү өсөн ҡамырға бер йомортҡа, 50 грамм йомшаҡ аҡ май, 100 грамм ҡаймаҡ, семтем тоҙ, бер балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс, 200 грамм самаһы он кәрәк. Ошоларҙы ҡушып,  ҡамыр баҫҡандан һуң уны һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ.

Ул арала эслек тә әҙерләргә кәрәк. Бер стакан дөгөнө йыуып, тоҙло һыуҙа бүрттерәбеҙ, бәрәр ус самаһы йөҙөм, күрәгә, ҡара емеш  йыуып турайбыҙ, өс-дүрт йомортҡаны бешереп, ваҡ ҡырғыстан ҡырабыҙ, 250-300 грамм ҡыҙыл эремсек әҙерләйбеҙ.

Ҡамырҙы алып, ике өлөшкә бүләбеҙ. Ҙурырағын табаға йәйгәс, тәүҙә ҡыҙыл эремсек һалабыҙ, аҙаҡ бер-ике ҡалаҡ шәкәр һибеп дөгө һалабыҙ, уның өҫтөнә емештәр, иң һуңынан йомортҡа түшәйбеҙ, әҙ генә аҡ май һалып, гөбәҙиәнең өҫтөн ҡаплайбыҙ. Ҡаплағас, май, шәкәр, ондо бергә бутап, валсыҡты ҡамыр өҫтөнә һибәбеҙ. Газ  мейесендә 40 минут самаһы бешерәбеҙ.

Республика баҫмаһынан.

Ғөбәҙиә – тәмле ризыҡ
Ғөбәҙиә – тәмле ризыҡ
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас