Үткәндәрҙе оноторға ярамай

19 апрель - Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында нацистар һәм уларҙың ярҙамсылары тарафынан совет халҡына ҡарата геноцид ҡорбандарын иҫкә алыу көнө. «Берҙәм ғәмәлдәр көнө» Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә Ғафури районының күп мәктәптәрендә дәрестәр үтте.

Үткәндәрҙе оноторға ярамайҮткәндәрҙе оноторға ярамай
Үткәндәрҙе оноторға ярамай

Мәҫәлән, Рәсәй Геройы Фәрүәт Яҡупов исемендәге Бурлы урта мәктәбендә уҙған йәнле тарих дәресе һәр кемдең йөрәгенә ауаздаш булды.

Мәктәп директорының тәрбиә эштәре буйынса кәңәшсеһе Р.Р. Хафизова 9-сы, 10-сы класс уҡыусылар өсөн «Янмаған көндәлек» тип аталған документаль уҡыуҙар ойошторҙо. Һуғыш йылдарындағы төп нөсхә текстары уҡыусылар башҡарыуында ябай һәм ихлас яңғыраны. Тып-тын залда, талғын ғына көй аҫтында, ҡасандыр үҙенең һуңғы уйҙарын ҡағыҙға ышанып тапшырғандарҙың тауыштары йәнләнде.

Балалар хаттарҙан һәм көндәлектәрҙән өҙөктәр уҡыны: бәләкәй ҡыҙҙың хыялдары, әсәһенең блокада көндәре һәм һуғыш яланынан яугирҙарҙың һуңғы яҙмалары... Ғәҙәти папкалар урынына ҡулдарында өҙөлгән яҙмыштар тураһында хәтер символы булараҡ таҙа аҡ биттәр, ә техниканың булмауы уҡыуҙы тере һәм бик шәхсән итә. Һәр һүҙ йөрәккә үтеп инә.

Был минуттарҙа алыҫ үткәндәге тауыштар хәҙерге үҫмерҙәр өсөн хроника ғына түгел, ә тере өгөт-нәсихәт булып яңғырай. Тап шундай мөхиттә ысын теләктәшлек тыуа, ул ҡағыҙҙағы һәр һүҙҙән ҡиммәтерәк. Беҙ уларҙы уҡығанда көндәлектәр янмаясаҡ.

Ошо уҡ көнгә ҡарата Жәлил Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба урта мәктәбендә лә бай йөкмәткеле сара - 5, 7, 9 класс уҡыусылары өсөн «Без срока давности» тип аталған дәрес-реконструкция үтте. Директорҙың кәңәшсеһе З.Х. Иҙрисова уҙғарған дәрестә балаларға нацистарҙың тыныс совет халҡына ҡаршы ҡот осҡос енәйәттәрен ентекләп һөйләгән видеоматериалдар күрһәттеләр. Уны ҡарағандан һуң педагогтар Освенцим, Дахау, Майданек һәм Бухенвальд кеүек Германия концлагерҙарына эләккәндәрҙең фажиғәле яҙмышы тураһында һөйләне, унда йөҙҙәрсә мең совет кешеһе фашист палачтары ҡулынан һәләк була.

Сарала ҡатнашыусылар бер тауыштан: үткән дәрестәрҙе оноторға ярамай, тип таныны. Был киләсәктә бындай фажиғәләрҙең ҡабатланыуына юл ҡуймау өсөн кәрәк. Геноцид ҡорбандары тураһында иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә ҡалырға тейеш. Ата – бабаларыбыҙҙың батырлығы - ул беҙҙең шәхесебеҙҙең һәм тарихыбыҙҙың нигеҙе, һәм уның әһәмиәте юғалмаҫҡа тейеш, тигән һүҙҙәр сарала ҡыҙыл еп булып үтте.

 

 

 

 

 

 

Үткәндәрҙе оноторға ярамай
Үткәндәрҙе оноторға ярамай
Үткәндәрҙе оноторға ярамай
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас