“Сәләмәтлек поездары” – Ғафуриҙа

Һигеҙ йыл элек Республика Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән “Сәләмәтлек поездары” райондарға сығып, ауыл кешеләренең сәләмәтлеген тикшерә башлағайны.  

“Сәләмәтлек поездары” – Ғафуриҙа“Сәләмәтлек поездары” – Ғафуриҙа
“Сәләмәтлек поездары” – Ғафуриҙа

“Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы сиктәрендәге бындай мөмкинлек ауыл халҡына үҙ сәләмәтлеген тикшертеп тороу өсөн ҙур уңайлыҡтар тыуҙырҙы. Мобиль медицина комплекстары диагностика һәм тикшереүҙәр өсөн кәрәкле бөтә нәмә менән йыһазландырылған. Был акция сиктәрендә пациенттар ҙур медицина үҙәктәренә сыҡмайынса, төрлө табиптарҙан тикшереү үтеп, кәңәштәр ала.

Бөгөн, йәғни 23 апрелдә “Сәләмәтлек поездары” беҙҙең районға килде. Һаулыҡ поезының Ғафури ерендәге маршрутының беренсе туҡталышы Аҡкүл ауыл биләмәһенең Дарьино ауылы булды. Бында күсмә медицина комплексы белгестәре бригадаһы 23 һәм 24 апрелдә эшләйәсәк. Уларға районыбыҙ табип-белгестәре ярҙам итә.

Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се клиник дауаханаһы баш табибы вазифаһын башҡарыусы Ирек Баҡыев етәкселегендәге “Сәләмәтлек поезы” күсмә бригадаһы белгестәрен ҡаршы алыу тантанаһында район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова, Красноусол үҙәк район дауаханаһы баш табибы Искәндәр Минасов изге теләктәрен еткерҙе һәм эштәрендә уңыштар теләне.

Аҡкүл ауыл биләмәһенә ҡараған Дарьино һәм яҡын-тирә ауылдарҙа йәшәүселәр квалификациялы табиптарҙың ҡабул итеүенә сиратҡа баҫҡайны. Улар флюорография, маммография, ЭКГ эшләтергә, анализға ҡан бирергә, кардиолог, невролог, нарколог, стоматолог һәм башҡа белгестәр ҡабул итеүенә теләк белдереүселәр күп булды.

“Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса үткәрелә һәм “Оҙон ғүмерлелек һәм әүҙем тормош” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

“Сәләмәтлек поезы” – ул ябай бер сара ғына түгел, ә Башҡортостандың алыҫ ауылдарында йәшәүселәрҙең һаулығын яҡшыртыуға йүнәлтелгән системалы эш. Һәм иң мөһиме, был эш сара тамамланғандан һуң да дауам итә, пациенттарға ваҡытында һәм квалификациялы дауалау тәьмин итә. Радий Хәбиров әйтеүенсә, “Сәләмәтлек поезы” ысынлап та кешеләрҙе ҡотҡара!

 “Быйылғы миҙгел йомғаҡтары буйынса табиптар яҡынса 27 мең ауырыу асыҡлаған, шуның 12 меңгә яҡыны беренсе тапҡыр диагнозланған. Яҡынса 4 мең пациентта, йәғни ҡабул итеүгә килгәндәрҙең һәр һигеҙенсендә тиерлек, социаль әһәмиәтле ауырыуҙарға шик бар. Иң хәүефлеләр араһында – ҡандағы шәкәр диабеты (588 кеше), яман шештәр (195 кеше), туберкулез (8 кеше).
Беҙҙең бурыс үҙгәрешһеҙ ҡала – һәр тораҡ пунктында, шул иҫәптән район үҙәктәренән һәм ҙур ҡалаларҙан алыҫтағылар ҙа, сифатлы медицина ярҙамына өмөт итә алһын” – ти Р.Хәбиров.

“Сәләмәтлек поездары” – Ғафуриҙа
“Сәләмәтлек поездары” – Ғафуриҙа
“Сәләмәтлек поездары” – Ғафуриҙа
“Сәләмәтлек поездары” – Ғафуриҙа
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас