+6 °С
Ясна
Антитеррор

Дроновод булырға ҡарар иткәндәр

Кимран һәм Артемды БПЛА операторҙарының эше ҡыҙыҡтыра. Уларҙың береһенә -20, икенсеһенә 19 йәш. Икеһе лә  Рәсәй  Оборона Министрлығы менән контракт буйынса МХО биләмәһенә барырға йыйыналар. Был йәһәттән һәр береһенең үҙ фекере, әммә бер теләк, Еңеүгә үҙ өлөшөн индереү теләге берләштерә.

Дроновод булырға ҡарар иткәндәрДроновод булырға ҡарар иткәндәр
Дроновод булырға ҡарар иткәндәр

Кимран – Туймазы, Артем Баҡалы районы егете (исемдәр үҙгәртелде) Урта мәктәпте тамамлағас, хәрби хеҙмәткә саҡырылғанға тиклем тип икеһе лә эшкә урынлашҡандар. Күңелдәренә ятҡан һөнәр буйынса һуңыраҡ, ил алдындағы бурысын үтәп, ысын тормош мәктәбен үтәп  ҡайтҡас  ҡына уҡырға инергә йыйынғандар. Һәм бына хәрби комиссариаттан  саҡырыу ҡағыҙын көтөп тормайынса, икеһе лә бер осор Оборона министрлығы менән контракт төҙөйҙәр. Башта һәр береһе  ата-әсәһе, яҡындары, өлкән таныштары менән һөйләшә-кәңәшләшә, әлбиттә. Күптәрҙең кәңәшен тотоп, икеһе лә пилотһыҙ системалар ғәскәренә ҡушылырға ҡарар итә һәм улар контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пунктында таныша.

Пилотһыҙ аппараттар менән Кимран үҫмер сағынан таныш. Ул һауа ағымында коптерҙарға нисек идара итергә, аппаратты нисек күтәрергә һәм ултыртырға кәрәклеген ишетеп кенә белмәй. Бынан тыш, күп кенә йәштәштәре кеүек, компьютер уйындарында бик яҡшы уйнай.

-Пилотһыҙ осоу аппараттары темаһы миңә бик ҡыҙыҡлы. Һабантуйҙар һәм башҡа күмәк саралар ваҡытында беҙҙең өҫтән коптерҙың геүләп осоп йөрөгәнен  күрһәк, уға ҡул болғай торғайныҡ. Һуңынан видеоны ҡарау һәм халыҡ араһында үҙебеҙҙе эҙләү үҙе бер ҡыҙыҡ була  ине. Бер ваҡыт миңә лә ышанып пульт бирҙеләр. Был бик мауыҡтырғыс эш, - тип һөйләй  Кимран „Башинформ“ хәбәрсеһенә. - Бер нисә ай элек интернетта пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү тураһында мәҡәлә баҫылып сыҡты. Иғтибар менән уҡыным. Мин ҡурҡаҡ та, көсһөҙ ҙә түгел, әммә ҡайһы бер мәлдәргә айырыуса иғтибар иттем. Иң элек, бер йылға ғына  контракт төҙөй алаһың, ә һуңынан хеҙмәтеңде дауам итергә йәки өйгә ҡайтырға мөмкин. БПЛА операторҙары ут һыҙығынан алыҫлыҡта эшләй. Тағы ла бик күп өҫтөнлөктәр тураһында белдем. Ярҙам саралары тураһында  ла. Быларҙың барыһын да мин ата-әсәйемә лә аңлатып,  МХО биләмәһенә барырға ниәтләүемде әйттем. Ҡырҡа ҡаршы төшөрҙәр, тип уйлағайным. Әммә әсәйем: "бәләкәй түгелһең, үҙең ҡарайһың, теләһәң бараһың инде,” тиһә, атайым “Үҙеңде һаҡлап йөрө, улым, беҙҙе оятҡа  ҡалдырма,”- тине.

Контракт буйынса һайлап алыу пунктында Кимран медицина комиссияһы үтә, әңгәмәләшүҙә ҡатнаша. Офицерҙар уға һәм уның   буласаҡ хеҙмәттәштәренә хәрби хеҙмәткәрҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә дәүләт ярҙамы саралары, БПЛА операторҙарын уҡытыу һәм хеҙмәт итеү тәртибе тураһында ентекле һөйләне, шулай уҡ алда егеттәрҙе мөһим һәм яуаплы эш көтөүен аңлаттылар.

-Ял йортона йыйынмауымды  аңлайым. Хәҙер мин яугир. Беҙҙе полигондарҙа уҡытасаҡтар. Дроноводтарҙың эшен  еңел үҙләштерә алырмын, тип ышанам. Иң мөһиме, теләк булһын.  Унан да бигерәк, беҙҙең эргәлә тәжрибәле инструкторҙар булып, барыһын да өйрәтәсәк. Ә алған белем тыныс тормошта ла кәрәгәсәк. Әлегә барыһы ла башлана ғына. Үҙемә “Кудрявый” тигән позывнойҙы алам, сөнки  мәктәптән үк дуҫтарым мине шулай тип йөрөттө.Тынысмын, тулҡынланыу, шикләнеү, икеләнеү ҙә юҡ, Ватан мәнфәғәтен, именлеген һаҡлпарға барыуымды тулы мәғәнәһендә аңлайым,- тип кисерештәре менән уртаҡлашты Кимран.

Артемға ла үҙен яңы өлкәлә  һынап ҡарау ҡыҙыҡлы.  Ул да  иптәше кеүек үк,  яңы һәм ҙур пландар менән йәшәй.

- Минең  дрондар менән эшләгәнем, уларға идара иткәнем булманы, әлбиттә. Әммә  әңгәмә барышында  һәләтле булыуымды билдәләнеләр. Иң мөһиме- дроновод булыу теләге көслө.  Артабан нимә буласағы күренер. Иң мөһиме башҡа яугирҙар менән иңгә-иң терәшеп тыуған илебеҙҙе  яҡлау. Еңеү беҙҙең ҡулда буласаҡ, - тип билдәләне йәш яугир.

Фото: Башинформ сайтынан.

Дроновод булырға ҡарар иткәндәр
Дроновод булырға ҡарар иткәндәр
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас