+9 °С
Дождь
Антитеррор

"Мағаш тауышы"нда яңғырай Ғафури вариҫтары

Ғафури районының «Табын» гәзите ҡарамағындағы «Мағаш тауышы» әҙәби берекмәһе ағзалары халҡыбыҙҙың рухын күтәрерлек үтемле һәм ялҡынлы һүҙе менән төрлө сараларҙа, гәзит-журнал биттәрендә даими сығыш яһай, уларҙың патриотик рух менән һуғарылған китаптары, йырҙары әленән-әле донъя күреп тора.

"Мағаш тауышы"нда яңғырай Ғафури вариҫтары"Мағаш тауышы"нда яңғырай Ғафури вариҫтары
"Мағаш тауышы"нда яңғырай Ғафури вариҫтары

Районыбыҙҙың мәҙәни-рухи тормошонда ҙур роль уйнаған «Мағаш тауышы» әҙәби берекмәһе бына дүрт тиҫтә йылдан ашыу инде уңышлы эшләп килә. 

1985 йылда ул ваҡытта дубляж булып нәшер ителгән "Йондоҙ" гәзитенең мөхәррир урынбаҫары Нияз Сәлимов районыбыҙҙың ижади көстәрен әҙәби берекмәгә туплай. Уның тырышлығы менән «Мағаш тауышы» ысын мәғәнәһендә күп таланттарға ҡанат ҡуйған ижад лабораторияһына әйләнде.

40 йыл эсендә бик күп ҡәләм тирбәтеүселәр «Мағаш тауышы» ҡосағында ҡанат нығытты. Әҙәби берекмәнең тәүге ағзалары Фәхри Ҡужин, Юнир Үтәгәнов, Ҡотдос Рахманғолов, Вилдан Шәрипов, Иҙрис Вәлишин, Нурия Исламғолова, Миңтимер Кәримов, Салауат Йосопов, Рәмзиә Монасипова, Рима Рафиҡова, Фаил Әбделмәнов, Фәрғәт Ғәлин, Илнур Уразбахтин, Зәйнәб Бәширова, Сайма Игелекова, Фәриҙә Бохарова, Зилә Сәйетбатталова, шағирә-сәсәниәләр Фәүзиә Ҡотлогилдина, мәрхүмә Лилиә Миниязова, Гөлшат Дәүләтова, йәшерәктәрҙән Салауат Әбүзәров, Марат Әминев, Рәйлә (Хаят) Сабитова, Айһылыу Яҡушева, Ләйсән Сәлимова, Рәзинә Зәйнетдинова һәм башҡалар районыбыҙҙың данын республика кимәлендә лә танытты. Әйткәндәй, Имәндәш урта мәктәбе директоры, «Мағаш тауышы» ағзаһы Расих Ишмырҙа улы Муллашев махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булды. Уның һәм башҡа мәрхүм ҡәләм оҫталарының йәндәре йәннәттә, рухтары шат булһын.

Ниязбай Булатбай улы 1994 йылда «Йәшлек» гәзитенең баш мөхәррире итеп тәғәйенләнгәс, әҙәби берекмәгә төрлө йылдарҙа Әлфиә Килмөхәмәтова, Фәхри Ҡужин, Рәмзиә Монасипова, Фәрғәт Ғәлин, Рәйлә (Хаят) Сабитова, Лилиә Миниязова етәкселек итә. Улар тарафынан күп саралар үткәрелә, шиғри йыйынтыҡтар нәшер ителә. Ғөмүмән, «Табын» гәзите биттәрендә «Мағаш тауышы» ағзаларының әҫәрҙәре даими баҫылып тора.

Бөгөнгө көндә әҙәби берекмәгә тәжрибәле педагог, мәғариф алдынғыһы, йәмәғәт эшмәкәре, шағирә Гөлшат Акрам ҡыҙы Вәлиева етәкселек итә. Уға һәм районыбыҙҙың барлыҡ ижади көстәренә яңынан-яңы уңыштар юлдаш булһын!

"Мағаш тауышы"нда яңғырай Ғафури вариҫтары
"Мағаш тауышы"нда яңғырай Ғафури вариҫтары
"Мағаш тауышы"нда яңғырай Ғафури вариҫтары
"Мағаш тауышы"нда яңғырай Ғафури вариҫтары
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас