+25 °С
Облачно
Антитеррор

Ғафури эҙәрмәндәре сираттағы “Хәтер вахтаһы”на юлланды

“Комбат” Рәсәй Геройы А.П.Мигунов исемендәге Башҡортостан Республикаһы ДОСАФФ эҙәрмәндәр отрядының 7 ағзаһы Волгоград өлкәһе Кузьмичи Городищенский ҡасабаһына ҡаҙыныу эштәренә юлланды.

Ғафури эҙәрмәндәре сираттағы “Хәтер вахтаһы”на юлландыҒафури эҙәрмәндәре сираттағы “Хәтер вахтаһы”на юлланды
Ғафури эҙәрмәндәре сираттағы “Хәтер вахтаһы”на юлланды

25 апрелдә Геройҙар Аллеяһындағы “Мәңгелек ут” янынан отряд юлға оҙатылды. Экспедиция менән “Комбат” эҙәрмәндәр берекмәһе командиры Василий Калачигов етәкселек итә. Уның менән бергә ҡаҙыныу урынына элекке эҙәрмәндәр: Луиза Иғзакова, Ксения Подомарева, Полина Баязитова, Богдалена Бакирова, Данил Демин, шулай уҡ Арина Смышляева юлланды.

  • “Хәтер вахтаһы”нда ҡатнашып, балалар тиҙ үҫә, сөнки ҡаҙыныу урынында бындай ысын хистәр кисергәндән һуң, илебеҙҙең героик үткәненә битараф ҡалыу мөмкин түгел. Геройҙарға исемдәрҙе һәм хәрби хөрмәт менән улар ерләнгән урындарҙан тупраҡтарын алып ҡайтыу - изге һәм абруйлы миссия, - тип билдәләнеләр фондта.

Беҙҙең эҙәрмәндәргә мөһим һәм ҡыҙыҡлы табыштар, яҡшы һауа торошо һәм һәйбәт ҡайтып етеүҙәрен теләйбеҙ!

Ғафури эҙәрмәндәре сираттағы “Хәтер вахтаһы”на юлланды
Ғафури эҙәрмәндәре сираттағы “Хәтер вахтаһы”на юлланды
Ғафури эҙәрмәндәре сираттағы “Хәтер вахтаһы”на юлланды
Ғафури эҙәрмәндәре сираттағы “Хәтер вахтаһы”на юлланды
Ғафури эҙәрмәндәре сираттағы “Хәтер вахтаһы”на юлланды
Ғафури эҙәрмәндәре сираттағы “Хәтер вахтаһы”на юлланды
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас