

Яҙҙар етеп, тыуған еребеҙгә ҡоштар ҡайтҡан һайын, илебеҙҙә 9 Май - Бөйөк Еңеү көнө билдәләнә. Күпме йылдар үткән, һыуҙар аҡҡан, бөгөн ауылда орден-миҙалдарын тағып, ғорур баҫып үткән бер ветеран да ҡалманы...
Әммә һуғыш йылдарының тере шаһиттары булған тыл ветерандары, "һуғыш йылы балалары"ның хәтирәләре олатайҙар яулаған тыныслыҡтың ниндәй ҡиммәткә төшөүен һәр саҡ иҫкәртеп тора. Күп йылдар йыйылған материалдарға таянып, герой яҡташтарыбыҙ тураһында яҙырға булдым.
Ташбүкән ауыл биләмәһенә ҡараған Түбәнге Ташбүкән, Үрге Ташбүкән, Бағраш ауылдары, Сик Йылға кардоны, Ҡурғашлы, Туйралы, Поповский утарҙарынан Бөйөк Ватан һуғышында 277 кеше ҡатнашыуы билдәле. Шуларҙан 81 яҡташыбыҙға ғына тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтыу бәхете тейә. Күптәре ауыр йәрәхәт ала. 54 ғаиләлә "хәбәрһеҙ юғалды" тигән ус аяһындай ҡағыҙ һаман да һаҡлана. 8 ауылдашыбыҙ Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, 5-әү - 3-сө дәрәжә Дан ордены, 10 яугир - 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены, 29-ы - 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены, 17 кеше Батырлыҡ өсөн миҙалы, 18-е - Хәрби батырлыҡ өсөн миҙалы, 4-әүһе Сталинградты һаҡлаған өсөн миҙалы, 2-һе - Варшаваны азат иткән өсөн миҙалы, 1-әү - Кавказды һаҡлаған өсөн миҙалы, 2-һе - Японияны еңгән өсөн миҙалы, 12-һе - “1941-1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән. Был наградалар яҡташтарыбыҙҙың батырлыҡтары тураһында һөйләй.
Ул саҡта 20-ләп кенә кеше йәшәгән Ҡурғашлы ауылынан 4 кешенең һуғышҡа китеүе билдәле. Әбдевәли Ғәни улы Ғәзизов һуғыштың тәүге көндәрендә үк ил һаҡларға китә. Уҡсылар дивизияһы төркөмөндә Балтика буйы операцияһында ҡатнаша. Бер йылдан һуң "Смоленск янындағы һуғышта хәбәрһеҙ юғалды", тигән ҡара ҡағыҙ килә. Әбдевәли Ғәни улының ҡатыны, балалары һуңғы һулыштарына тиклем уның әйләнеп ҡайтыуына өмөт итеп йәшәне.
Латыш милләтле Александр Карлович Дзенит та 1941 йылда уҡ һуғышҡа алына. Бер нисә тапҡыр яраланып, әсирлек мәхшәрҙәрен үтеп, тыуған яҡтарға ҡайтыу бәхете тейә уға. Григорий Павлович Ермолаев - Хәрби ҡаҙаныштары өсөн миҙалы менән наградланған һуғыш һәм тыл ветераны. Ауылдашыбыҙ Сәмиғулла Мөхәмәтйән улы Мөхәмәтҡолов Ржев ҡалаһы янында барған ҡаты һуғышта батырҙарса һәләк була. Ҡала янындағы Полунино туғандар ҡәберлегендә уның да исеме ташҡа уйылып яҙылған.
Ғафури леспромхозы асылғас, утлы һуғыш юлдарын үткән ветерандар ғаиләләре менән Ҡурғашлы ауылына күсеп ултыралар. Улар көс, дәрт менән, һаулыҡтарын йәлләмәй тормоштарын тыныс хеҙмәткә арнай. Ошонда фиҙаҡәр хеҙмәт өлгөһө күрһәткән һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарының исемдәрен иҫкә төшөрөп үтке килә. Бына улар: Ә.Ә.Әбелғатин, Ш.Ғ.Алтынбаев, И.А.Аралбаев, Л.З.Абдуллин, Ә.Х.Асҡаров, З.З.Әсәҙуллин, Ф.Х.Әмирханов, И.Ә.Әхмәҙиев, М.Я.Баталов, Ғ.Х.Батыршин, М.В.Вәлиев, М.Ш.Ғафаров, Ғ.В.Дәминов, Ә.Ғ.Ғәзизов, Л.А.Ғәзизов, М.Һ.Ғәзизов, Х.Ғ.Ғәзизов, С.М.Декшанаев, И.С.Заһиҙуллин, Ғ.С.Зәйниев, Л.Х.Заманов, Ш.Х.Ибраһимов, Ғ.К.Ишемйәров, Ш.Ғ. Камалов, Н.Х.Кәримов, Ш.С.Кәримов, С.А.Левицкий, И.Ф.Мәхмүтов, Х.З.Мәүлетҡолов, Х.Р.Мәүлетбирҙин, Ғ.М.Мусин, Х.Д.Рахманғолов, М.Ә.Рәхмәтуллин, Ғ.С.Сабитов, Г.З.Сафин, С.А.Һөйөндөков, С.Ғ.Сөләймәнов, Ғ.М.Уразғолов, И.Ғ.Усманов, М.Д.Хисмәтуллин, М.М.Шәрипов, Р.М.Шәрипов. Һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары иҫтәлеге алдында беҙ бөгөн йылдар аша оло хөрмәт һәм ихтирам менән баш эйәбеҙ. Үҙенең тыуған ерен, тарихын өйрәнеүҙе маҡсат итеп ҡуйған ветеран уҡытыусылар: Хәсән Абдулла улы Ҡотов, Ғәйсәр Вафир улы Әбелғатин, Красноусол башҡорт гимназия уҡытыусыһы Ирина Ильяс ҡыҙы Вафина кеүек үткәндәрҙе барлап, тарихыбыҙ менән ҡыҙыҡһыныусылар булғанда бер һалдат та онотолмаҫ.
Донъялар бөгөн дә тыныс түгел. Махсус операция биләмәһендә Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарының ейәндәре илебеҙ именлеген һаҡлап йәнә ҡулдарына ҡорал алды. Ата-бабалар васыятына тоғро ҡалып, тыныслыҡ, именлек өсөн ғүмерҙәрен ҡорбан иткән йәш егеттәр Д.М.Закиров, А.Ғ.Йәнешев, Л.Ә.Рәжәповты юғалтыу ҡайғыһы йөрәктәрҙә уңалып та бөтмәгән...
Бер ваҡытта ла яуҙан ҡайтмаған ирҙәре, балалары өсөн ҡатын-ҡыҙҙар, әсәләр күҙ йәштәре түкмәһен! Бер-береһен һөйгән йәрҙәр яу яланынан хәбәр көтөп зарыҡмаһын. Сабыйҙар атайһыҙ ҡалмаһын. Балаларыбыҙ киләсәге хаҡына еребеҙҙә, илебеҙҙә тыныслыҡ булһын.
Рәмилә Зәйниева, мәғариф ветераны.
Ҡурғашлы ауылы.