+14 °С
Облачно
Антитеррор

Уның менән сикһеҙ ғорурланабыҙ

Мин бабайым (атайымдың ағаһы) Зәйнетдин Фәхретдин улы Әхмәтшин тураһында һөйләргә теләйем.

Уның менән  сикһеҙ ғорурланабыҙУның менән  сикһеҙ ғорурланабыҙ
Уның менән сикһеҙ ғорурланабыҙ

Зәйнетдин бабайым 1918 йылда районыбыҙҙың Уҫман ауылында тыуа, һуңынан ғаиләләре менән күрше Имәнлек ауылына күсәләр. Бик ауыр йылдарҙа үҫергә тура килә уға, аслыҡ, юҡлыҡ ғазаптары онотолмаҫлыҡ булып йөрәгенә уйыла. Тик һынауҙар бала сағында ғына ҡалмай. Ир ҡорона еткән сағында Бөйөк Ватан һуғышы башлана, бабайым тәүгеләр сафында яуға китә. Ленинград өлкәһендә 346-сы полк составында артиллерист булып алыша ул.
Ҡыҙылармеец документтарында яҙылыуынса, 1944 йылдың 5 февралендә Зәйнетдин Әхмәтшин бик ҡаты яралана: күкрәк ситлегенә һул яҡлап снаряд ярсығы тейә, үтәнән-үтә кереп, тупаҫ яралай, ҡабырғаларын зарарлай һәм асыҡ пневмотораксҡа килтерә. Яу яланында уға беренсе ярҙам күрһәтәләр ҙә, медик-санитар батальонға оҙаталар. 1944 йылдың 28 апрелендә яугир Ленинградтағы Семеновский полкының лейб-гвардия лазаретына күсерелеп, унда оҙайлы дауаланыу үтә.
1945 йылдың 9 ғинуарында З.Әхмәтшин хәрби хеҙмәттән комиссовать ителә. Диагнозы уҡ хәлен аңлатып тора: күкрәк ситлегенең киҫкен деформацияһы, бишенсе, алтынсы, етенсе, һигеҙенсе һәм туғыҙынсы ҡабырғалары юҡ, үпкәһендә сит есем ҡала, һул яҡ иңбаш быуынының контрактураһы (хәрәкәтһеҙлеге).
Ауыр яу юлдары үтеү, ҡаты яра эҙемтәләре ғазаплаһа ла, Зәйнетдин бабайым тыныс тормошҡа теше-тырнағы менән йәбешә. Өйләнә, ҡатыны Ғәтиә әбейем менән матур ғаилә ҡороп, ун бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Колхоз эшенән ситтә ҡалмай: тәүҙә һөт йыйыусы, аҙаҡ фермала ҡарауылсы булып эшләй – ғаиләһен аҫрар өсөн ҡулынан килгәнсә тырыша. Уның егәрлелегенә һоҡланмау мөмкин түгел.
Зәйнетдин Фәхретдин улы Әхмәттшиндың Ватан алдындағы хеҙмәттәре “СССР Ҡораллы Көстәренә 50 йыл” (1967 йыл, 26 декабрь) һәм “Хеҙмәт ветераны” (1977 йылдың 21 марты) миҙалдары менән билдәләнә. 1972 йылда ул Бөтә Рәсәй ирекле янғын һүндереү йәмғиәте сафына инә. Ошо ла уның әүҙем гражданлыҡ позициялы, йәмғиәткә файҙалы кеше булырға тырышыуын күрһәтеп тора.
Зәйнетдин Фәхретдин улы Әхмәтшин 1983 йылдың 17 октябрендә вафат була. Бабайым тураһында яҡты иҫтәлек уның балалары, күп һанлы ейән-ейәнсәрҙәре, бүләр-тыуарҙары күңелендә һаҡлана, беҙ – туғандарының тоҡомдары ла уның менән сикһеҙ ғорурланабыҙ. Бабайымдың ғүмер юлы – иҫ киткес ауыр һынауҙар үтеп тә, кешенең тулы ҡанлы тормош менән йәшәргә ынтылыуы, иленә, тыуған еренә, халҡына, ғаиләһенә хеҙмәт итергә тырышыуына ҙур миҫал. Улар быуынының ошо тиңһеҙ ҡаһарманлығы онотолорға тейеш түгел.
Фәнилә ХИСАМЕТДИНОВА, Красноусол башҡорт гимназия-интернаты тәрбиәсеһе.

Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас