

Ашарға бер нәмә лә булмағанын, үлгән аттарҙы ашарға тура килгәнен һөйләһә, сәстәр үрә тора ине... Шул тиклем намыҫлы, ысын коммунист булды ул. Бергә яу ҡырында булған иптәштәре менән хат алыша ине. Ленинградты азат иткәндә бер телем икмәкте бүлешкән Украина, Донбасс яуҙаштарын йыш иҫкә ала торғайны. Солодка фамилиялы дуҫы тураһында бигерәк тә хөрмәтләп һөйләй ине... , - ти ҡыҙы Зилә, хәтирәләрен барлап...
Һабай ауылына Гәрәйевтар күрше Татарстан ерҙәренән килеп төпләнгән. Тәүҙә Хәсән Гәрәйев дуҫы Зыя (тулы исеме Зыязетдин Ғилманшин) менән Бөрө руда сығарыу ятҡылығына эшкә килгән була. Унан һуң Рәмиевтарҙың алтын приискыһында эшләйҙәр. Унда улар Еҙем-Ҡаран егете Мәжит Ғафуров менән таныша һәм дуҫлаша. Завод эше туҡтатылыу сәбәпле, улар Мәжит дуҫы тәҡдиме менән уның тыуған яҡтарына килеп сығалар. Хәсән менән Зыя тәүҙә Аҡташ ауылындағы бер хәлле генә кешегә ялланып эшләй. Ул бабайҙың үҙ балалары булмай, шуға ла был егеттәрҙең егәрлелеген күреп, эштәрен оҡшатып, уллыҡҡа ала. Яйлап уларға йорт һалып керергә ярҙам итә. Хәсән менән Зыя Һабай ауылында төпләнергә ҡарар итәләр. Күп тә үтмәй, Хәсән Мәжит дуҫының ике туған һеңлеһен, Хәсбиямал Ғәбделнасыр ҡыҙын, кәләш итеп алып ҡайта. Шулай итеп, йәш ғаилә донъя көтә башлай. Уларҙың ун балаһы була: Маһира, Сабирйән, Камилә, Закирйән, Сания, Хәйерниса, Шакирйән, Рабиға, Ғалимйән, Фәүзиә. Балалар үҫә бара, бер-бер артлы ҡул араһына керә башлайҙар. Атай-әсәйгә ҙур ярҙамсылар булып үҫеп етте тигәндә, Бөйөк Ватан һуғышы башланып китә. Сабирйән, Закирйән, Шакирйән, Ғалимйән бер-бер артлы илбаҫарҙарға ҡаршы фронтҡа юллана. ФЗО-ла уҡып йөрөгән Ғалимйәнгә һуғыш башланғанда ни бары 17 йәш кенә була... Бер-бер артлы уландарын һуғышҡа ебәреү ата-әсә өсөн оло тетрәнеү була. Атай кеше ауырып китә, оҙаҡламай йөрәк ауырыуынан вафат була. Хәсбиямал өләсәй ҙә ауырыуға һабыша...
Гәрәйевтарҙың өс улы яу ҡырында ятып ҡала. Иң олоһо - Сабирйән (1905 й), ҡатынын һәм 4 балаһын ҡалдырып, М.Шайморатовтың кавалерия дивизияһында дошмандарға ҡаршы һуғышҡа китә. Уның артынан икенсе улдары - Шакирйән дә (1917 й.) 1941 йылда уҡ китә, кадровый офицер була. 1942 йылда Сталинград өсөн һуғышта һәләк була. Уның тураһында мәғлүмәт юҡ хәлендә, әммә шуныһы мәғлүм: ҡарт өләсәй уның үлем хәбәре килгәс, пенсияһын ай һайын алып торған. Йәш Ғалимйән (1925й) һуғышҡа кергәс тә эшелоны менән поезд шартлатыла һәм әсәһенә “хәбәрһеҙ юғалды” тигән хаты килә... Тик Ленинград ҡамауының башынан аҙағына тиклем булған Закирйән (1910 й) генә иҫән-имен ҡала. 2 тапҡыр яраланған, 1 контузия алған, өлкән сержант дәрәжәһендә тыуған ауылына ҡайтып төшә. Һуғышҡа тиклем өйләнеп, ике балаға атай булып өлгөргән Закирйәндең өйҙә Зөләйхаһы көтә. Шулай уҡ, 4 улынан береһе иҫән ҡайтҡанға, әсәй кешенең дә шатлығының сиге булмай...
Закирйән Хәсән улын, тырыш, эшһөйәр, һүҙенә тоғро, башҡаларҙан да шуны талап иткән намыҫлы кеше булараҡ, 1945 йылдан сельпо (ҡулланыусылар йәмғиәте) рәйесе вазифаһына тәғәйенләйҙәр. 1946 йылда Роберт улдары (һуғышта бергә булған яҡын дуҫының исемен ҡуша) донъяға килә. Ғаиләнең бәхетле тормошо дауам итә. Шулай йәшәп ятҡанда, Закирйәндең эшендә “ҡытыршылыҡ” килеп тыуа. Бер яҡын дуҫы, ауылдашы унан мал һатып алыу өсөн аҡса һорай. Дуҫы өсөн Закирйән йәнен бирергә әҙер була һәм, бер нимә лә уйлап тормай, кассанан аҡса биреп тора. Уның да, үҙе һымаҡ, намыҫлы булыуына ныҡ ышана Закирйән. Әммә... Эшендә кемдер был хәбәрҙе "юғарыға" хәбәр итеп өлгөрә һәм эш урынына тикшереү килеп төшә. Һуғышта ла бындай хыянатлыҡты күрмәгән Закирйән өсөн "дуҫ" тигән кешеһенең һүҙе уға ауыр яра һала. Ул, күҙен дә йоммай, “мин бер тин дә алманым, белмәйем”, тип яуап бирә. Һәм Закирйәнде 8 йылға иркенән мәхрүм итәләр. Күп тә үтмәй, уны Шахтау эргәһендәге төрмәгә (әле ул балалар колонияһы) ябалар. Ғаилә ауырлыҡ кисереп йәшәй башлай. Зөләйха ҡайғыға бата, сөнки бындай “мәсхәрә эш” уға тынғылыҡ бирмәй. Оҙаҡ уйлағандан һуң, аяҡтарының зәғифлегенә лә ҡарап тормай, ҡатын Мәскәүгә юллана. Оборона министрының 1-се ярҙамсыһы Родион Малиновскийҙың ҡабул итеүен һорай. Малиновский уны тыңлай. 8 йылға ултыртылған Закирйәндең хөкөм ваҡытын 4 йылға ҡыҫҡарталар. Иренә тағы ла яҡыныраҡ булыу өсөн Зөләйха балалары менән Шахтауға күсеп китә. Унда Фатима апаһы менән Мансур еҙнәһе йәшәгән була. Улар һеңлеһенә үҙҙәренең бәләкәй йортон бирә. Оҙаҡламай, амнистияға эләгеп, Закирйән дә төрмәнән сыға. Шул урамға ҙур йорт төҙөй башлайҙар. Күп ваҡыт та үтмәй, һуғыш ветеранына 2 бүлмәле фатир бирәләр. Ғаиләнең бәхетенең сиге булмай! Шатлыҡҡа шатлыҡ өҫтәп, 1955 йылда ҡыҙҙары Зилә донъяға килә...
Атаһы Гәрәйев Закирйән Хәсән улының һуғышта һәм тыныс тормошта күргәндәрен Зилә апайым бәйнә-бәйнә һөйләп бирҙе лә инде. “Мин бәхетле ғаиләлә үҫтем. Атайым менән әсәйем беҙҙең һәр беребеҙҙе яратып-һөйөп үҫтерҙе. Туғандарҙы хөрмәт итергә, уларҙың ҡәҙерен белергә өйрәтте. Атайым әсәйемде ярата ине. Бер йырын һәр саҡ йырлап йөрөр ине. Һүҙҙәрен әҙерәк үҙгәртеп, ошолайыраҡ көйләй ине:
Аҡлы-суҡлы ал таҫмаңды
Тағып ебәр тәңкәңә.
Закирйәнде яратам тип,
Әйт, Зөләйха, әсәңә!
Атайым һуғыш тураһында әсенеп һөйләр ине. Иҫкә ала тигәндән, ҡамауҙа саҡта улар Һабай ауылынан икәү булғандар. Моҡаев Шәмсетдиндең бер туған энеһе (исеме иҫтә юҡ) менән ҡамауға бергә эләгәләр. Бер саҡ көслө бомбёжка ваҡытында ул ҡаты яралана, атайым уны “йәшәү юлы”нан госпиталгә оҙатырға ярҙам итә. Уның артабанғы яҙмышы хаҡында белергә бик теләй, әммә “хәбәрһеҙ юғалды” тигән һүҙ генә була.
Ленинград блокадаһын өҙөүҙә ҡатнашҡан яугирҙар араһында тағы бер ауылдашын осрата. Ул Хәбибуллин Әбдрәхим Әбделғәлим улы була. Икеһе лә аҙаҡ ауылға иҫән-һау әйләнеп ҡайта. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн орден һәм миҙалдары әле лә һаҡлана. Бына Ҡыҙыл Йондоҙ орденының приказы ла бар”, - тип Зилә апайым һарғайған гәзит битен килтереп сығарҙы. Орден һәм миҙалдарын өҫтәлгә теҙеп һалды... “Сталинское знамя” тигән гәзит битендә “СССР Юғары Советы Президиумы исеменән немец илбаҫарҙары менән фронтта командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм күрһәткән батырлығы өсөн өлкән сержант Гәрәйев Закирйән Хәсән улын Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән наградларға” тип 1945 йылдың 2 ғинуарында баҫылған приказды уҡыйым... Уҡыйым һәм ғорурланам... Олатайҙарым һәм бабайҙарым илебеҙ, еребеҙ, халҡыбыҙ алдындағы ир-егет бурыстарын намыҫ менән үтәгәнлегенә ғорурланам!
Гөлшат Вәлиева, хеҙмәт ветераны.