+27 °С
Облачно
Антитеррор

Башҡортостан халҡының Еңеүҙе нисек яҡынайтыуы хаҡында ете ҡыҙыҡлы факт

Башҡорт батырҙары элек-электән ҡыйыулығы менән айырылып торған. Яҡташтарыбыҙҙың ҡаһарманлығын раҫлаған бер нисә фактҡа туҡталып үтәйек.

1. Симонов башҡорт йырын башҡарыуҙы һорай
Башҡортостан яугирҙәренең батыр­лы­ғы күренекле шағир, хәрби хә­бәрсе Константин Симоновты шул тиклем хайран ҡалдыра, хатта ул «Башҡорт дивизияһында» («В башкирской дивизии») тигән очерк яҙа. Уның был ижад емеше 1942 йылдың 31 июлендә «Красная звезда» гә­зитендә баҫылып сыға. Очерк Дон далаһы буйлап башҡорт халыҡ йыры «Урал» яңғырауын тасуирлауҙан башлана.
Симонов дивизияның ойошторолоуы, һалдаттарҙың хәрби батыр­лыҡтары, тиңһеҙ алышта майор На­фиҡовтың батырҙарса һәләк бу­лы­уы, яугирҙәрҙең яңы көнгә нисек әҙер­ләнеүе тураһында һөйләй: «Эңер төштө. Шайморатовтың штабының ныҡ итеп ябылған тәҙрәһе алдында командирҙар картаны өйрәнә. Улар сираттағы төнгө һөжүм планын тикшерә. Лампаның һүрән яҡтылығы уларҙың ҡуңыр йөҙҙәрен яҡтырта. Ә ауыл аръяғындағы быуала, һыу өҫтөндә оҙон эңер күләгәләре ҡалдырып, атҡа атланған кавалеристар һыу инә ине. Урал ауылдарында тыуып үҫкән күңелсәк егеттәр бер-береһенә һыу сәсрәтеп шаяра, һыҙғыра, йәғни гөр килә. Уларға күңелле, сөнки аяуһыҙ, ҡатмарлы хәрби көндә һуғыш барған мәлгә бөтөнләй оҡшамаған ҡыҫҡа ғына мәлдең булыуы уларға оҡшай ине».
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы Дондан Эльбаға тиклем дүрт меңдән ашыу саҡрым юл үтә. Уның 3860 яугире орден-миҙалдар менән бүләкләнә, шуларҙың 78-е – Советтар Союзы Геройы һәм бишәүһе – Дан орденының тулы кавалеры. 2021 йылда Өфөлә Совет майҙанында республика Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән дивизияның беренсе командиры, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйылды.

 

2. Ут кеүек ат
Башҡортостан армия өсөн аттар ебәргән төп төбәк була. Һуғыш йылдарында республика фронтҡа 72 меңдән ашыу йылҡы малы оҙата. Ферма хеҙмәткәрҙәре сыҙамлы башҡорт аттарына ла ихтирам менән ҡарай, бер үк мәлдә элиталы аттарҙы үрсетеү буйынса тоҡомсолоҡ эшен дә алып бара. Аслы-туҡлы йәшәүенә ҡарамаҫтан, фронтҡа көслө һәм һау-сәләмәт малдарҙы оҙатыу өсөн ауыл халҡы аттарҙы айырып ашата.
Айырыуса Керчь-Ҡорос ҡу­ша­мат­лы легендар аттың яҙмышы ҡыҙыҡлы. Ул Миәкә районының «Большевик» колхозында аҫралған орлов тоҡомло юртаҡ була. Керчь алғы һыҙыҡҡа 1942 йылдың июнендә 112-се Башҡорт дивизияһы составында эләгә. Ул Брянск өлкәһенән Берлинға тиклем юл үтә, ике тапҡыр яралана. Керчь – хәрби ҡаҙаныштары өсөн һуғыштан һуң тыуған төйәгенә ҡайтырға рөхсәт бирелгән берҙән-бер ат. 2023 йылда уға Илсеғол ауылында һәйкәл ҡуйҙылар.

 

3. «Өфө» тураһында геймерҙар һөйләне
Һуғыш йылдарында Өфө паровоз-ремонт заводы эшселәренең аҡса йыйып, фронтҡа танк оҙатыуы тураһында бәғзе бер тыуған яҡты өйрәнеүселәр генә белә ине. Киң таралған америка компьютер уйынында «Өфө» тип аталған Т-34 танкы барлыҡҡа килгәс, был факт киң йәмәғәтселеккә билдәле булды. «Өфө» унда Европа буйлап елә һәм фашист ғәскәрҙәрен ҡыйрата. Баҡтиһәң, уйынды булдырыу барышында уны әҙерләүселәр хәрби хрониканы ҡараған һәм унда «Өфө»нө күргән. Тарихсылар мәғлүмәттәре буйынса, 1944 йылда был танк Европаны азат итеүҙә ҡатнашҡан, ә 1945 йылдың мартында, фаразланыуынса, Венгриялағы Балатон күле янындағы операцияла янып, сафтан сыҡҡан.

 

4. Мишкә яугире Рейхстаг өҫтөнә байраҡ ҡаҙаған
Классик версияға ярашлы, Рейхстаг өҫтөнә Еңеү байрағын Егоров менән Кантария ҡаҙаған. Әммә тәүгеләрҙән булып Рейхстаг ҡыйығына икенсе совет яугирҙәре төркөмө күтәрелеүе тураһында мәғлүмәттәр бар, улар араһында Мишкә районында тыуып үҫкән өлкән сержант Ғәзи Заһитов та була. Һөжүм ваҡытында Заһитов яралана, әммә уға һәм иптәштәренә ҡуйылған бурысты – Еңеү байрағын ҡуйыуҙы – үтәй.

 

5. Кем ул «Ҡара генерал»?
Башҡортостанда тыуып үҫкән был йәш мәктәп уҡытыусыһын Гитлер үҙенең дошмандары исемлегенә индергән һәм уны тотоуға иң тәжрибәле эҙәрмәндәрен ебәргән. Әммә бөтә тырышлыҡтары бушҡа булған. Даян Мурзин, йәғни «Ҡара генерал» (20 йәшлек командир йәшен йәшереү өсөн ҡуйы ҡара һаҡал йөрөткән) эҙәрлекләүселәрҙән ҡасып, дошманға ҡаршы партизандар һуғышын дауам иткән: отрядтар ойошторған, техника тейәлгән эшелондарҙы рельстан ситкә сығарған, немец генералдарын әсирлеккә алған. Бөгөн Даян Мурзинды йыш ҡына совет разведкаһының Джеймс Бонды тип тә атайҙар.

 

6. Кушнаренко диверсанттары
Һуғыш йылдарында Өфө ҡалаһы фашистарға ҡаршы хәрәкәттең халыҡ-ара үҙәгенә әүерелә. Бында Коммунистик интернационал – Коминтерн башҡарма комитеты эвакуациялана. Тап Өфөнән, ҡәтғи серлелек шарттарында, фашистар тарафынан баҫып алынған Европа биләмәһенә радиотапшырыуҙар трансляцияланған. Бынан тыш, Кушнаренко ауылында Коминтерндың диверсия мәктәбе эшләгән. Бында донъялағы иң көслө разведкаларҙың береһенең етәксеһе «Штази» (ГДР Дәүләт именлеге министрлығы) – Маркус Вольф әҙерлек үткән.

 

7. Башҡортостан егете нисек Донъя халыҡтары руханийы булып киткән
Сергей Урсуляктың «Праведник» фильмы сыҡҡандан һуң был тарих киң билдәлелек алды. Ул, ысынлап та, фильм өсөн әҙер сценарий. Немец әсирлегенән ҡасҡан совет партизаны фашистар ҡамауынан 218 йәһүдте алып сыға. Ә ул Башҡортостандың хәҙерге Благовещен районындағы Богородский ауылында тыуып үҫкән Николай Киселев булып сыға. Уға геттонан ҡасҡан йәһүдтәрҙе йыйып, немец гарнизондарын урап үтеп, уларҙы фронт линияһы аша мең саҡрым алыҫлыҡҡа – Минск өлкәһенән Калинин өлкәһенә сығарырға ҡушыла. Бурыс уңышлы үтәлә. 2005 йылдың сентябрендә Яд ва-Шем йәһүд халҡының һәләкәте һәм ҡаһарманлығы институтының махсус комиссияһы Николай Киселевҡа (үлгәндән һуң) Донъя халыҡтары руханийы тигән исем бирҙе. Ул һуғыш йылдарында йәһүдтәрҙе ҡотҡарған, әммә үҙе йәһүд милләтенән булмаған кешеләргә тапшырыла.

 

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостандан 700 меңдән ашыу кеше фронтҡа китә, уларҙың 11 меңгә яҡыны – ҡатын-ҡыҙҙар. 320 мең яҡташыбыҙ (яртыһы тиерлек!) һәләк була. Тағы 50 мең самаһы яугир инвалид булып ҡайта. Меңдәрсә яҡташыбыҙ тылда фиҙаҡәр эшләп, Еңеүҙе яҡынайта.

 

Материалды «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто» акционерҙар йәмғиәте редакцияһы әҙерләне.

Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас