

Байрам үтәсәк майҙан йәнәшәһендәге Коммунистик урамы буйлап урынлашҡан сатырҙарҙа күргәҙмәләр урын алған, улар араһында районыбыҙҙың ауыл биләмәләренән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән “Хәтер сумаҙаны” күргәҙмәләре, Балалар ижады үҙәгенең сағыу күргәҙмәһе һәм фотозонаһы, эҙәрмәндәр отрядының, МХО яугирҙары һәм уларҙың яҡындарының фотоһүрәттәренән торған күргәҙмәләр бар ине. Тантаналы сара башланырҙан алда район хакимиәте башлығы Венер Вахитов һәм уның урынбаҫарҙары, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, “Красноусол” шифаханаһы директоры Рәмил Бәҙретдинов, Красноусол Үҙәк район дауаханаһы баш табибы Искәндәр Минасов һәм башҡалар был үҙенсәлекле күргәҙмәләр менән танышып сыҡты.
Байрамса биҙәлгән майҙанда урынлашҡан сәхнә ҡаршыһындағы ултырғыстарҙа тыл һәм хеҙмәт ветерандары, ветерандарҙың тол ҡатындары, һуғыш балалары урын алғайны.
Еңеү көнөнә арналған тантаналы сараны Балалар ижады үҙәгенең барабансылар маршы асты. Преображенский маршы аҫтында Еңеү Байрағы сығарылды. Совет халҡының 1941-1945 йылдағы Еңеүҙең 81 йыллығына арналған митингыны асыу өсөн һүҙ район хакимиәте башлығының мобилизация эштәре буйынса ярҙамсыһы, 2-се ранг капитаны Владимир Герасимовҡа бирелде. Тантаналы байрам митингыһы асыҡ тип иғлан ителде, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Гимндары яңғыраны.
Беҙ иҫләгәндә - улар тере!
В.И.Герасимов тәүге һүҙҙе район хакимиәте башлығы Венер Фәнир улы Вахитовҡа бирҙе.
- Һеҙҙең барығыҙҙы ла Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 81 йыллығы менән ихлас ҡотлайым, ныҡлы һаулыҡ, бәхет, яҡшы кәйеф, именлек һәм тыныс күк йөҙө теләйем, - тине Венер Фәнир улы. – 1945 йылдың 9 Майы – бөтә Рәсәй халҡының барлыҡ быуындары өсөн изге дата, бөйөк батырлыҡ һәм Ватанға тоғролоҡ символына әйләнгән.
Бөйөк Ватан һуғышы тарихына уның фронттарында һуғышҡан 13 меңдән ашыу ғафуриҙарҙың батырлығы һәм ҡыйыулығы сағыу юлдар булып яҙылған. Беҙҙең биш яҡташыбыҙ Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған, береһе Дан орденының тулы кавалеры, йөҙҙәрсәһе ордендар һәм миҙалдар менән бүләкләнгән. Һәр береһенә ныҡлыҡтары, фиҙаҡәрлектәре, көслө рухтары өсөн баш эйәбеҙ!
Батырҙар тыныс ҡына һәм мәңгелеккә китеп бара. Бөгөн беҙҙең районда уларҙың батырлығы өсөн шәхсән рәхмәт әйтә алырлыҡ ветерандар ҡалманы. Ләкин был батырлыҡ мәңгелек, һәм беҙ иҫләгәндә, улар йәшәй! Беҙҙең бурыс – киләсәк быуындар өсөн совет һалдаттары һәм офицерҙары, тыл хеҙмәтсәндәре, һуғыштан һуңғы йылдарҙа илде емереклектәрҙән тергеҙгән бөтә кешеләрҙең батырлығы тураһындағы тарихи хәҡиҡәтте һаҡлау.
Бөгөн беҙҙең хәрби хеҙмәткәрҙәр үҙҙәренең батыр атай-олатайҙары юлынан махсус хәрби операция зонаһында бурыстарын үтәй. Улар Рәсәйҙең суверенитетын һәм мәнфәғәттәрен яҡлай, нацизмға ҡаршы тора. Был көндә беҙ Ватаныбыҙҙың киләсәге хаҡына ғүмерҙәрен биргән яугирҙарҙың яҡты иҫтәлеге алдында баш эйәбеҙ. Яугир-яҡлаусыларҙың ғаиләләренә, райондың битараф булмаған бөтә халҡына, әүҙемселәргә, ирекмәндәргә егеттәргә күрһәткән көндәлек ярҙамдары һәм терәктәре өсөн рәхмәт белдерәм. Беҙ - берҙәм, һәм ошо берҙәмлектә - беҙҙең көс.
Ҡаһарманлыҡ өлгөһө күрһәтәләр
Артабан байрам менән ҡотлау өсөн һүҙ Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рәмил Рафаил улы Бәҙретдиновҡа бирелде.
- 9 май - быуындарҙы бәйләгән, ата-олатайҙарыбыҙҙың Ватан азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғо өсөн күрһәткән ҡаһарманлығы менән күңелдәрҙе ғорурлыҡҡа тултырған көн. Беҙ был көндө фронтта һуғышҡандарҙы, тылда эшләгәндәрҙе, беҙгә тыныс күк йөҙө бүләк иткәндәрҙе рәхмәт менән иҫкә алабыҙ. Уларҙың ҡаһарманлығы, сыҙамлығы һәм фиҙаҡәрлеге беҙҙең өсөн ысын патриотизм һәм Ватанға һөйөү өлгөһө булып мәңгегә ҡаласаҡ. Бөгөнгө көндә, беҙҙең яугирҙар һәм офицерҙар махсус хәрби операция сиктәрендә үҙ бурыс-тарын үтәгәндә, беҙ тағы ла ҡаһарманлыҡ, фиҙаҡәрлек һәм антҡа тоғролоҡ өлгөләрен күрәбеҙ. Улар беҙҙең балаларыбыҙҙың тыныс киләсәген яҡлай, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында олатайҙар һәм ҡарт олатайҙар яҡлаған Рәсәйҙең суверенитетын һәм хәүефһеҙлеген яҡлай. Был тарихи көндә райондың бөтә халҡына ныҡлы һаулыҡ, тыныслыҡ һәм именлек теләйем. Бөйөк совет халҡының ҡаһарманлығы тураһындағы хәтер беҙҙе Башҡортостан һәм бөтә Рәсәйҙең сәскә атыуы хаҡына яңы ҡаҙаныштарға илһамландырһын! - тигән теләктә ҡалды БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай исеменән тәбрик һүҙҙәрен еткереп Рәмил Рафаил улы.
Ауырғазы һәм Ғафури райондары буйынса хәрби комиссариаттың бүлексә начальнигы ярҙамсыһы, майор Игорь Александрович Ступников менән район Советы рәйесе Галина Викторовна Петрова сығыш яһап, барыһын да Еңеү байрамы менән ҡотланы.
Яу яландарында, тылдағы госпиталдәрҙә һәләк булғандарҙы, хәбәрһеҙ юғалғандарҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алғандан һуң, район етәкселеге, хеҙмәт коллективтары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, ауыл биләмәләре башлыҡтары һәм башҡалар Геройҙар аллеяһы һәм Билдәһеҙ һалдат һәйкәле урынлашҡан мемориаль комплексҡа, Мәңгелек утҡа Дан гирляндаһы, веноктар һәм сәскәләр һалды. Күкте ярып өс тапҡыр автомат залпы яңғыраны. Был ерҙәге тыныслыҡ өсөн ғүмерен аямаған яугирҙарға мәңгелек дан, хөрмәт ауазы булды.
Илһөйәрлек рухы менән һуғарылған
Тантаналы митингынан һуң, сәхнә түре мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә бирелде. Бай йөкмәткеле илһөйәрлек менән һуғарылған байрам концерты район мәҙәниәт һарайы һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре берлектә башҡарған “Еңеү көнө” йыры менән башланды. “Землячки” ветерандар халыҡ хорының, “Уҡлыҡая” ирҙәр халыҡ вокал ансамбле, Табын казак халыҡ хоры, “Хазина” фольклор, “Усолочка” вокаль, район мәҙәниәт һарайы ансамблдәренең, БР-ҙың халыҡ артисы Фәрүәз Урманшин, Разалия Салауатова, Хызыр Нәзиров, Фәнзил Ғәлин, Айрат Сәйфуллин, Асфат Юлбарисовтарҙың, Гөлфирә Әлмөхәмәтова менән Фәнзил Ғәлиндың, Лиана Муллагилдина менән Рөстәм Баймырҙиндың, Сергей Князев, Гөлфиә Кәримованың, “Эксклюзив” өлгөлө хореография һәм “Denz-A” бейеү коллективтарының сығыштары һәр кемгә байрамса күтәренке кәйеф бүләк итте.
- Беҙ һеҙҙең алда мәңгелек бурыслыбыҙ, Еңеү һалдаттары! Һеҙ мөмкин булмағанды эшләнегеҙ, илебеҙҙең намыҫын һәм бойондороҡһоҙлоғон яҡланығыҙ, - тигән теләктәр менән тамамланы сараны алып барыусылар Альбина Ишкина менән Фәнзил Ғәлин.
Байрам майҙанында ялан кухняһы эшләне. Теләүселәр хәрби бәрелештәр ветерандары, М.Шайморатов исемендәге штаб ирекмәндәре, МХО ветерандары ассоциацияһы, махсус хәрби операция яугирҙары ғаиләләре, ВДВ ветерандары ғаиләләре клубы, "Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ" штабы менән берлектә әҙерләнгән һалдат бутҡаһынан, былауҙан ауыҙ итте. Сауҙа рәттәре эшләне. Ошо уҡ көндө спортсылар өсөн Еңеү эстафетаһы, урам баскетболы, футбол, волейбол ярыштары үтте.
Кисен ошо уҡ майҙанда йәштәр өсөн йыр-моңдар яңғыраны һәм дискотека булды.
Районыбыҙҙа 1945 йылдағы Бөйөк Еңеүҙең 81 йыллығы киң билдәләнде.