

28 майҙа Красноусолдағы М. Ғафури исемендәге яңыртылған майҙанында, Хәрби Дан аллеяһы янында Сик һаҡсылары көнөнә арналған тантаналы митинг үтте. Сараға райондағы һәр бер патриотик сараларҙа ҡатнашҡан “Сик буйы” ("Граница") район йәмәғәт ойошмаһының әүҙем ағзалары, шулай уҡ район үҙәгенең хеҙмәт коллективтары вәкилдәре йыйылды.
Сик һаҡсыларына район Советы рәйесе Галина Петрова, район ветерандар советы рәйесе Эльвира Мөлөкова һәм “Сик буйы” район ойошмаһы әүҙемселәренең береһе Фаил Байшөгөров тәбрик һүҙҙәрен еткерҙе.
Үҙ сығыштарында улар беҙҙең батыр сик һаҡсыларының һәр ваҡытта ла үҙ илдәре өсөн тоғро ҡалҡан булыуын, уны яҡлауын, сик туғанлығының иң яҡшы традицияларын быуындан-быуынға тапшырыуын билдәләне. Бына шуға ла Ғафури районынан өс йөҙгә яҡын сик ғәскәрҙәре ветераны – бөтә эштәрҙә һәм ваҡиғаларҙа әүҙем ҡатнаша. Улар беҙҙең йәштәрҙе хәрби-патриотик тәрбиәләүҙә әүҙемлек күрһәтә, йәмәғәт тормошонда әүҙем позиция тота, бының өсөн уларға ҙур рәхмәт.
Тантаналы өлөштән һүң сарала ҡатнашыусылар Ватанды һаҡлап ғүмерҙәрен биргән иптәштәренең хәтерен бер минут тынлыҡ менән иҫкә алдылар һәм Хәрби Дан аллеяһындағы Сик буйы ғәскәрҙәренә арналған һәйкәлгә сәскәләр һалдылар.
Байрам автоуҙыш менән “Потапыч” исемле яңыртылған шишмәне асыу урынында дауам итте. Шишмә “Сик буйы” йәмәғәт ойошмаһының бер ағзаһы –махсус хәрби операцияла геройҙарса һәләк булған Салауат Батыршин хөрмәтенә сик һаҡсылары көсө менән Ришат Шаймарҙанов етәкселегендә реконструкцияланған. Шишмәне асыуҙа район хакимиәте башлығы Венер Вахитов, сик һаҡсылары, Салауат Батыршиндың ғаиләһе, туғандары, район кешеләре һәм башҡалар ҡатнашты. Шишмә биләмәһендәге битләүҙә шыршы үҫентеләре ултыртыу менән тамамланды.