

Илшат Хәбибуллин етәкселегендәге «Быҙыбыт" өлгөлө бейеү ансамбленән йәш йондоҙсоҡ- Айлина Хәбибуллина “Үҙемсә бейейем”номеры менән Гран-при яуланы. “Байыҡ " республика телевизион конкурсында ул иҫ киткес талант, ихласлыҡ һәм энергия күрһәтеп, жюри һәм тамашасыларҙың йөрәген яуланы.
- Беҙ уның таланты һәм энергияһы менән сикһеҙ ғорурланабыҙ! Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Йәмилә Руслан Ҡыҙы Бикбаеваға иҫ киткес спектакль өсөн рәхмәт белдерәбеҙ! Балаларыбыҙҙы рухландырған башҡорт мәҙәниәте байрамы өсөн ойоштороусыларға рәхмәт. Был иҫ киткес булды, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Илшат Хәтим улы.
Айлинаны еңеүе менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм тағы ла ҙурыраҡ ҡаҙаныштар, еңеүҙәр теләйбеҙ!
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.