+14 °С
Облачно
Антитеррор

Стәрлетамаҡ районы эшҡыуарҙары менән осрашыу

30 июндә Стәрлетамаҡ районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров муниципалитеттың туризм һәм креатив индустрия өлкәһендәге бизнес-берләшмә вәкилдәре менән осрашты. Төбәк етәксеһе эшҡыуарҙар менән аралашты һәм уларҙы борсоған һорауҙарға яуап бирҙе.

Сарала төбәк министрлыҡтары һәм ведомстволары, бизнесты үҫтереү һәм уға ярҙам итеү институттары вәкилдәре ҡатнашты. Осрашыуҙы асып, Башҡортостан Башлығы муниципаль эшҡыуарлыҡтың республика үҫешендәге ролен юғары баһаланы.

– Беҙҙең иҡтисад хатта ҡатмарлы шарттарҙа ла тотороҡло эшләй. Беҙ инвестициялар йәлеп итәбеҙ, яңы предприятиелар асабыҙ, социаль объекттар төҙөйбөҙ. Мәҫәлән, 2026 йылдың биш айында республика сәнәғәте 5,6 процентҡа үҫешкән, был уртаса Рәсәй темптарынан юғарыраҡ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. – Ҙур ҡалалар эргәһендә урынлашҡан муниципалитеттар өсөн үҙ йөҙөн, шул иҫәптән махсуслашыу тармағын формалаштырыу мөһим. Стәрлетамаҡ районы тап ошондай юл менән бара. Бында ҡеүәтле идара итеү командаһы эшләй, һәм беҙ һеҙҙең башланғыстарығыҙҙы хупларға тырышабыҙ. Иң ҙур проекттарҙың береһе – «Алға» махсус иҡтисади зонаһы, беҙ бөгөн унда тағы бер заманса предприятие – «ЭкоПромСтрой-Алға» заводын – төҙөй башланыҡ. Райондың туризм өлкәһендә эшләүсе бизнес-берләшмә вәкилдәренә лә рәхмәт белдерәм. Тап һеҙҙең ярҙамығыҙ менән ҡунаҡтарыбыҙ республика тураһында фекер йөрөтә.

Туризм тармағын үҫтереү тураһында һөйләгәндә, төбәк етәксеһе һуңғы йылдарҙа был йүнәлешкә ҙур иғтибар бүленеүен билдәләне һәм шул уҡ ваҡытта потенциалдың ҙур булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

– Туризм – төбәк иҡтисадының мөһим өлөшө. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса республикаға килеүсе ҡунаҡтар һаны 8,2 процентҡа артҡан һәм 2,4 миллион кешегә еткән, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ Башҡортостанды илдең башҡа төбәктәрендә һәм сит илдәрҙә йәшәүселәр өсөн асыуҙы дауам итәбеҙ, тәү сиратта тейешле инфраструктура булдырабыҙ. Этник, гастрономик, медицина туризмы йүнәлештәрен үҫтерәбеҙ. Шул уҡ ваҡытта республика буйлап яңы нөктәләр булдырырға ынтылабыҙ. Быға ижади индустрияларҙың үҫеше лә ҙур өлөш индерә.

Башҡортостан Башлығы эшҡыуарҙарға туризмға булышлыҡ итеүсе федераль һәм республика программаларында әүҙем ҡатнашырға тәҡдим итте. Радий Хәбиров шулай уҡ бизнесмендарҙы 11 һәм 12 июлдә Воскресенское һәм Верхотор ауылдарында урынлашҡан элекке баҡыр иретеү заводтары биләмәһендә үтәсәк Тау заводы цивилизацияһының беренсе фестиваленә саҡырҙы.

***

Осрашыуҙа ҡатнашыусылар муниципалитеттың туристик мөмкинлектәрен арттырыуға, социаль инфраструктураны үҫтереүгә, ижади проекттарҙы тормошҡа ашырыуға ҡағылышлы мәсьәләләрҙе тикшерҙе.

Стәрлетамаҡ районы башлығының креатив индустрияларҙы үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Павел Буркин район кимәлендә үткән «Сөмбөлә» икмәк фестивален билдәләне һәм уға республика статусы биреү мөмкинлеге менән ҡыҙыҡһынды.

– Муниципалитеттарҙағы сараларға ҙур иғтибар бүләбеҙ. Башҡортостан бюджетынан йыл һайын һәр районға фестивалдәр һәм байрамдар ойоштороуға 600 мең һум аҡса йүнәлтелә, – тине Радий Хәбиров. – Әммә бындай проекттарға һәр ваҡыт рациональ ҡарарға кәрәк. Ҙур республика сараларын уҙғарыу өсөн тейешле инфраструктура булдырыу мөһим. Быға эҙмә-ҙлекле барырға кәрәк.

Район биләмәһендә тормошҡа ашырылған тағы бер проект – «Блогерҙар ауылда» реалити-шоуы. Инициатива авторы Оксана Бабикова, фильмда ҡатнашыу өсөн Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән блогерҙар саҡырылды, тип һөйләне. Бер нисә көн ысын ауыл тормошо менән йәшәгәндән һуң, улар үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашҡан. Әгәр проект тамашасыларға ҡыҙыҡлы булһа, республика уны хупларға әҙер, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.

Оло Ҡуғанаҡ ауылынан «Балалыҡ планетаһы» телестудияһы етәксеһе Рәсил Фазылов быйыл ижади оҫтахананың «Включайся» Бөтә Рәсәй балалар медиаресурстары фестивалендә еңеүсе булыуы хаҡында хәбәр итте. Унда Рәсәйҙең 82 ҡалаһынан 167 студия ҡатнашҡан. Эшҡыуар шулай уҡ ауыл ерендә эшләүсе ижади бизнес вәкилдәренә ярҙам саралары менән ҡыҙыҡһынды.

Радий Хәбиров студия коллективын еңеүҙәре менән ҡотланы һәм Башҡортостанда ижади индустрияларҙы үҫтереүгә етди иғтибар бүленеүен билдәләне.

– Рәсәй Президенты 2030 йылға уларҙың иҡтисадтағы өлөшөн 6 процентҡа еткереү бурысын ҡуйҙы. Әлегә был күрһәткес 2 процент тәшкил итә. Үҫергә урын бар,  – тип билдәләне төбәк Башлығы. – Ижади продуктты булдырыу ғына түгел, уны баҙарҙа танытыу мөһим. Бының өсөн йәрминкәләрҙә һәм башҡа сараларҙа әүҙемерәк ҡатнашырға кәрәк. Бынан тыш, проекттарға ярҙам итеү өсөн субсидиялар алырға мөмкин. Һәм, әлбиттә, берләшеү, ижади берләшмәләр булдырыу мөһим. Бөрөлә һәм Стәрлетамаҡта бындай ыңғай миҫалдар бар.

Эшҡыуарҙар шулай уҡ бәләкәй бизнес вәкилдәре өсөн «Ижадсы» республика премияһының махсус номинацияһын булдырырға тәҡдим итте. Радий Хәбиров был идеяны хупланы һәм төбәктең Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығына тейешле йөкләмә бирҙе.

Осрашыу йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Башлығы ҡатнашыусыларға йөкмәткеле әңгәмә өсөн рәхмәт белдерҙе һәм муниципалитеттың яҡшы темптарҙа үҫешеүен билдәләне.

– Бында һәр ваҡыт ауыл хужалығы көслө булды, ә хәҙер урындағы бизнес башҡа йүнәлештәрҙе лә – туризмды, креатив индустрияларҙы – ла уңышлы алып бара, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. – Әлбиттә, хәл ителмәгән мәсьәләләр ҙә бар, шул иҫәптән юлдар, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ. Әммә Стәрлетамаҡ районының көслө идара итеү командаһы эше һөҙөмтәһендә был йәһәттән дә планлы рәүештә алға барабыҙ.
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас