Йәмәғәт киңлеге ҡаланың үҙәк өлөшөн яңыртыуҙың «Салауат: өн аралаш ете төш» берҙәм планына инә. 2024 йылда был башланғыс уңайлы ҡала мөхитен булдырыуҙың иң яҡшы проекттары Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яулағайны. Беренсе этапты тормошҡа ашырыуға федераль, төбәк һәм урындағы бюджеттарҙан яҡынса 180 миллион һум аҡса йүнәлтелгән.
Дзержинский урамындағы аллеяны төҙөкләндереү йәйәүлеләр юлын алмаштырыуҙы, яҡтыртыу һәм видеокүҙәтеү системаларын монтажлауҙы, парк өсөн мебель урынлаштырыуҙы һәм өҫтәмә йәшелләндереүҙе күҙ уңында тота.
Бынан тыш, республика Башлығы «Нефтехимик» Мәҙәниәт һарайы эргәһендәге сквер биләмәһен ҡараны. «Газпром нефтехим Салауат» компанияһы объектты төҙөкләндереүгә яҡынса 80 миллион һум йүнәлтә. Проект урам яҡтыртыу системаһы, видеокүҙәтеү камералары ҡуйыуҙы һәм колоннада төҙөүҙе күҙ уңында тота.
Радий Хәбиров Салауатта йәмәғәт биләмәләрен эҙмә-эҙлекле яңыртыуҙарын һәм был эштең дауам итәсәген билдәләне.
– Дзержинский урамын тәртипкә килтерәбеҙ, Мәҙәниәт һарайы эргәһендә яңы сквер төҙөүҙә «Газпром нефтехим Салауат» ярҙам итәсәк, – тине төбәк етәксеһе. – Киләһе йыл Салауаттың үҙәк өлөшөн үҫтереүҙе дауам итәбеҙ. Был ҙур хеҙмәт тарихына матур ҡала. Уңайлы мөхит мәсьәләләренә бында элек етерлек иғтибар бирелмәгән, ә хәҙер яйлап халыҡ өсөн заманса һәм уңайлы урындар булдырабыҙ.