Дәүләт башлығы төбәк делегацияһына Абхазияға сәфәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙең стратегик характерҙа булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.– Абхазия һәм Башҡортостан халыҡтары араһында бәйләнештәр күптән үҫешә. Беҙҙең дуҫлыҡ һәм етди мәҙәни платформа үҙ-ара хеҙмәттәшлек өсөн кәрәкле шарттар тыуҙыра, – тине Бадра Гунба.Абхазия Президенты шулай уҡ Башҡортостандың идара итеү командаһына Сухумда Диоскурҙарҙың тарихи яр буйын яңыртыу проектын хуплау тураһындағы ҡарарҙары өсөн рәхмәт белдерҙе.– Был һеҙҙең республика халҡыбыҙҙың йөрәгендә һәм күңелендә ҡалдырған сағыу эҙ. Яр буйы үҙгәрә, һәм ҡала халҡы был проектҡа индергән өлөшөгөҙҙө хәтерҙәрендә оҙаҡ һаҡлаясаҡ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Бадра Гунба.Дәүләт башлығы Башҡортостан менән сауҙа әйләнешенең яҡшы үҫешеүен һәм даими мәҙәни хеҙмәттәшлекте билдәләне.Радий Хәбиров Башҡортостан делегацияһы исеменән Абхазия Президентына йылы ҡабул иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. – Беҙ һеҙгә һәр саҡ ҙур теләк менән киләбеҙ һәм илдең нисек үҙгәреүен күрәбеҙ, – тине төбәк етәксеһе. – Был сәфәр Абхазия халҡы Ватан һуғышының төп эпизодтарының береһе булған Тамыш десант операцияһы йыллығына тура килде. Халыҡтың ҡаһарманлығына ихтирам һүҙҙәрен ҡабул итегеҙ. Уларҙың бойондороҡһоҙлоҡҡа ынтылышы беҙгә бик яҡын.