+21 °С
Облачно
Антитеррор

"Атай ҡаһарманлығы" республика конкурсы еңеүселәре билдәләнде

13 августа Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы советында "Атай ҡаһарманлығы" йәмәғәт наградаһына дәғүә итеүсе VII Республика конкурсы лауреаттары исемлеге раҫланды.  13 августа Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы советында "Атай ҡаһарманлығы" йәмәғәт наградаһына дәғүә итеүсе VII Республика конкурсы лауреаттары исемлеге раҫланды. 

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы советында "Атай ҡаһарманлығы" йәмәғәт наградаһына дәғүә итеүсе VII Республика конкурсы лауреаттары исемлеге раҫланды. 

108 номинанттан финалға республиканың 21 муниципалитетынан 35 кеше сыҡты. Еңеүселәрҙең күбеһе - Өфөнән һәм Әлшәй районынан. 

"Атай - ул тәү сиратта үҙ балалары өсөн өлгө, уларҙан улар тормошҡа, хеҙмәткә, кешеләргә, үҙ йөкләмәләренә мөнәсәбәтте өйрәнә. Балалар атаһының әсәһенә, өлкәндәргә, нисек үҙ эшенә ҡарауын, һүҙен тотоуын, ауырлыҡтарҙы еңеп сығыуын һәм яҡындары хаҡында ҡайғыртыуын күрә. Был көндәлек дәрестәр йыш ҡына һәр төрлө нәсихәттәрҙән күпкә мөһимерәк булып сыға. Көслө атай эргәлә була, балаһын ишетә, ауыр ваҡытта ярҙам итә, уның уңыштарына шатлана һәм, кәрәк булһа, дөрөҫ юл табырға ярҙам итә. 

"Атай ҡаһарманлығы" конкурсы ҙур ижтимағи әһәмиәткә эйә. Беҙ лайыҡлы ир-егеттәрҙе билдәләү генә түгел, ә йәмғиәткә бөгөн ғаилә традицияларын һаҡлаған, йәмәғәт һәм ирекмәнлек эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән, үҙ хеҙмәте менән республиканың именлеген нығытҡан иҫ киткес атайҙарҙың күп булыуын күрһәтергә теләйбеҙ. Минеңсә, ысын атай - ир-аттың балаларын тәрбиәләүҙә әүҙем ҡатнашыуы, уларға үҙаллы, намыҫлы һәм яуаплы кешеләр булырға ярҙам итеүе. Тимәк, бындай атайҙарҙы яҡлау һәм йәмәғәтселек тарафынан таныу - ул айырым ғаиләгә генә түгел, ә бөтә республиканың киләсәгенә лә өлөш индереү.

Ныҡлы ғаилә уның һәр ағзаһының яуаплылығынан башлана, ә яуаплы атайлыҡ ғаилә именлегенең һәм быуындар күсәгилешлегенең мөһим нигеҙҙәренең береһе булып тора", - тип билдәләне Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ынйы Әхмәҙуллина.

Беҙҙең Ғафури районынан “Атай ҡаһарманлығы” республика конкурсы еңеүсеһе булып Красноусолдан ишле ғаилә башлығы Ринат Ғиниәт улы Табулдин  танылды. Ҡотлайбыҙ!

 "Башҡортостан" гәзитенән.

"Атай ҡаһарманлығы" республика конкурсы еңеүселәре билдәләнде
"Атай ҡаһарманлығы" республика конкурсы еңеүселәре билдәләнде
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас