

26 августа республикаға эш сәфәре менән килгән илдең ауыл хужалығы министры Оксана Лут һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәгендә булды. Ҡунаҡтар Биохимия һәм генетика институтының ғилми лабораториялары эшмәкәрлеге менән танышты.
Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге – Рәсәй Фәндәр академияһының иң ҙур төбәк ғилми үҙәге, ул 15 айырым структур бүлексәне үҙ эсенә ала. Учреждение директоры Василий Мартыненко ғалимдарҙың аграр йүнәлештәге фәнде үҫтереүгә айырыуса иғтибар бүлеүе хаҡында һөйләне.
– Беҙҙә ауыл хужалығы менән бәйле дүрт ғилми ойошма бар: Биология институты, Биохимия һәм генетика институты, Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты һәм «Өфө» тәжрибә станцияһы, – тине Василий Мартыненко. – Күренекле фән эшмәкәрҙәре эшләне. Улар иҫәбендә – селекционер, ужым арышының билдәле сорты «Сулпан»ды уйлап сығарыусы Сабирйән Абдулла улы Ҡунаҡбаев.
Биохимия һәм генетика институты – Волга-Урал төбәгенең молекуляр биология, генетика, үҫемлектәр физиологияһы һәм биохимияһы, шулай уҡ молекуляр фармакология, иммунология һәм биотехнология өлкәһендәге алдынғы ғилми учреждениеһы. Һуңғы биш йылда бында Рәсәй Президенты, Рәсәй фәнни фонды, Рәсәй Фундаменталь тикшеренеүҙәр фонды һәм Башҡортостан Башлығы гранттары ярҙамында 30-ҙан ашыу проект тормошҡа ашырылған. Мәҫәлән, малсылыҡта геном һәм постгеном технологиялары лабораторияһы тармаҡты үҫтереү өсөн һөҙөмтәле инструменттар эшләү, шул иҫәптән ҙур мәғлүмәттәрҙе анализлау йәһәтенән федераль гранттарҙы тормошҡа ашыра.
Олег Яровиков фотоһы.