– Бакалавриатҡа һәм белгестәр әҙерләүгә 11 113 урын бүленде, был республика мәктәптәрен тамамлаусыларҙың 75 процентына тура килә, – тип өҫтәне Светлана Мостафина. – Республиканың юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеү йомғаҡтары буйынса БДИ-ның уртаса балы 7,7 процентҡа артҡан. Иң ҙур үҫеш – профилле математика, физика һәм информатика буйынса. Йөҙ балға яҙғандар һаны – 63 кешегә, олимпиада еңеүселәре һәм призерҙары 248-гә тиклем артҡан. Бындай абитуриенттар йышыраҡ Өфө фән һәм технологиялар университетын, ӨДНТУ һәм БДМУ-ны һайлай. Был төбәк мәғарифының абруйын нығыта һәм студенттарҙы тәүге курстарҙан уҡ проект-тикшеренеү эшенә йәлеү итеү мөмкинлеген бирә.
Юғары уҡыу йорттарында бюджет урындарының кәм тигәндә 10 процентын тәшкил иткән айырым квота менән 841 кеше файҙаланған. Был күрһәткес уҙған йыл кимәленән дүрт процентҡа юғарыраҡ.
Маҡсатлы ҡабул итеү сиктәрендә «Рәсәйҙә эшләү» платформаһында 1 295 ғариза теркәлгән.
– Башҡорт дәүләт аграр университеты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты маҡсатлы квота буйынса планды тулыһынса үтәй, – тине Светлана Мостафина. – Киләсәктә кадрҙарҙың системалы эше өсөн республика муниципалитеттарына алдағы дүрт-биш йылға маҡсатлы әҙерлек ихтыяжына прогнозлы анализ үткәреү маҡсатҡа ярашлы, был заявкаларҙы ваҡытында формалаштырырға мөмкинлек бирә һәм киләсәктә өҫтөнлөклө тармаҡтарҙа белгестәр етмәүенә юл ҡуймаясаҡ.
Билдәләп үтергә кәрәк: Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары 2026 йылда абитуриенттарға дөйөм план буйынса 400-ҙән ашыу урынға иҫәпләнгән 25 яңы белем биреү программаһын тәҡдим иткән. Атап әйткәндә, Башҡорт дәүләт педагогия университеты өҫтәмә квалификация менән алты программаны тормошҡа ашыра башлаған. Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек сиктәрендә Өфө фән һәм технологиялар универитетаы Ҡытайҙың Чанчжоу университеты менән берлектә ике дипломға эйә булыу мөмкинлеген биргән дүрт бакалавриат программаһы өҫтөндә эшләй. ӨДНТУ Көнбайыш Ҡаҙағстан аграр-техник университеты менән берлектә «Нефть һәм газ ҡорамалдарын файҙаланғанда һанлы һәм сервис технологиялары» программаһын тормошҡа ашыра.
Юғары уҡыу йорттары федераль көн тәртибенә лә әүҙем ҡушылған. Өфө фән һәм технологиялар университеты икенсе йыл инде «ТОП‑ИТ» проектында ҡатнаша, ә 2026 йылдан уға был программаны асыуға грант отҡан ӨДНТУ ҡушылған.
– Бюджет урындары, студенттарҙы ҡабул итеү арта. Был яҡшы. 2027 йыл башында асырға ниәтләгән вуз-ара студенттар кампусы ла юғары уҡыу йорттарыбыҙҙың абруйын күтәреүгә булышлыҡ итәсәк, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.