+9 °С
Облачно
Антитеррор

Руслан Әминов Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хатына лайыҡ булды

31 августа оператив кәңәшмәлә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Стәрлетамаҡ ҡалаһының 3-сө Башҡорт лицей-интернаты уҡыусыһы Руслан Әминовҡа Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хатын тапшырҙы. Ул 2026 йылдың июлендә Ҡытайҙа үткән IX Халыҡ-ара IEO-2026 иҡтисади олимпиадаһында көмөш миҙалға лайыҡ булды.

Абруйлы интеллектуаль ярыштарҙа 62 илдән уҡыусылар көс һынашты. Рәсәй йыйылма командаһы иҫәбендә – ике көмөш һәм өс бронза миҙал.

– Был абруйлы халыҡ-ара олимпиада, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Уртаҡ тырышлыҡ менән Башҡортостандың олимпиада хәрәкәте буйынса иң яҡшы биш төбәк иҫәбенә инеүенә өлгәштек. Был республикабыҙҙағы белем биреү сифатының мөһим күрһәткесе.

Руслан Әминов ҡаҙаныштарын юғары баһалағаны өсөн рәхмәт белдерҙе, шулай уҡ 3-сө лицей-интернат базаһында иҡтисад буйынса республика олимпиадаһы ойошторорға ниәтләүҙәре хаҡында хәбәр итте. Киләсәктә ул халыҡ-ара кимәлдә алтын миҙал яулауҙы маҡсат итеп ҡуйған.

Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас