+8 °С
Облачно
Антитеррор

Урмансылар көнөнә арналған сара үтте

2 октябрҙә “Красноусол” шифаханаһы базаһында Башҡортостан Республикаһының Урман хужалығы министрлығы ойошторолоуҙың 60 йыллығына һәм Урмансылар көнөнә арналған сара үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Урмансылар көнөнә арналған сара үттеУрмансылар көнөнә арналған сара үтте
Урмансылар көнөнә арналған сара үтте

Сарала Ғафури районы хакимиәте башлығы Венер Вәхитов, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская, Федераль урман хужалығы агентлығы етәксеһе урынбаҫары Вячеслав Спиренков, Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай комитеты рәйесе Илшат Вәзиғәтов, Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов, “Красноусол” шифаханаһы директоры Рәмил Бәҙретдинов, шулай уҡ урмансылыҡ хеҙмәткәрҙәре һәм тармаҡ белгестәре ҡатнашты.

Сара программаһына урман тармағын үҫтереү буйынса эш секциялары һәм пленар ултырыш индерелде. Ҡунаҡтарға һөнәрселәр күргәҙмәһе һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн гуманитар ярҙам йыйған волонтёрҙар штабы экспозицияһы тәҡдим ителде.

“Экология именлеге” милли проектының “Урманды һаҡлайыҡ!” Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә шифахана биләмәһендә 85-кә яҡын йәш шыршы, ҡарағай һәм аҡ шыршы ағастары ултыртылды.

Тантаналы сарала тармаҡтың иң яҡшы белгестәренә лайыҡлы наградалар тапшырылды.

Ғафури урман хужалығы участкаһы мастеры Йәмил Ҡадировҡа “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урмансыһы” тигән маҡтаулы исем  бирелде.

Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнделәр:
Ниязи Зәйнетдинов - Ғафури урман хужалығы участкаһы мастеры;
Дамир Балтачев - урман ҡырҡыусы;
Әмир Сәйғафаров - Ғафури урмансылығы инженеры;
Галина Малых - баш бухгалтер;
Әлиә Рәхимова - Ғафури урмансылығы инженеры;
Ғүмәр Юлмөхәмәтов - водитель;
Лилиә Свечникова - Ғафури урмансылығы инженеры;
Николай Алексеев - участка урмансыһы;
Рәүф Йәнмырҙин  -  Ғафури урман хужалығы директоры.

Урманды һаҡлау буйынса дәүләт инспекторы Рауил Әбдрәшитов ведомство конкурсы йомғаҡтары буйынса “Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы урман инспекторы” тип танылды.


Урмансылар көнөнә арналған сара үтте
Урмансылар көнөнә арналған сара үтте
Урмансылар көнөнә арналған сара үтте
Урмансылар көнөнә арналған сара үтте
Урмансылар көнөнә арналған сара үтте
Урмансылар көнөнә арналған сара үтте
Урмансылар көнөнә арналған сара үтте
Урмансылар көнөнә арналған сара үтте
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас