

Улар араһында районыбыҙ спортсылары ла бар ине. Программа бик бай: еңел атлетиканан һәм волейболдан алып ГТО күпбәйгеһенә, спортсы ғаиләләр ярышына, һауынсылар һәм механизаторҙарҙың өсбәйгеһенә тиклем.
Беҙҙең райондан Башҡортостан йыйылма командаһы составында Лиана Хәкимова, Ибраһим Сөләймәнов, Луиза Иғзаҡова, Карина Торопкина һәм Мәжитовтар ғаиләһе сығыш яһаны.
Лиана Хәкимова шәхси беренселектә 3-сө урын яуланы, ә Ибраһим Сөләймәнов менән бергә механизаторҙар командаһының өсбәйгеһендә лә 3-сө урынға лайыҡ булдылар.
Афарин, ғафуриҙар!