

Диспансерлаштырыу тураһында һүҙ барғанда, йыш ҡына: “Бер ерем дә ауыртмағас, ниңә барырға? Был бит бары тик формаллек кенә”, - тигән фекерҙе ишетергә була. Әйҙәгеҙ, был мифты ҡоро статистика ярҙамында юҡҡа сығарайыҡ.
Красноусол үҙәк район дауаханаһынан алынған мәғлүмәттәргә ярашлы, ағымдағы йыл башынан районда 10 189 кеше профилактик тикшереү үткән. Һандарға күҙ һалғанда, ул шулай: 1973 кеше диспансер күҙәтеүенә алынған - был кешеләрҙә контролде талап иткән хәүеф факторҙары йәки сирҙәр асыҡланған тигән һүҙ. 29 онкологик ауырыу осрағы – үҙ ваҡытында асыҡланған, тимәк, уңышлы дауаланыу мөмкинлеге бар; 50 кеше үҙенең шәкәр диабеты менән сирләгәнен белгән; 110 пациентта ашҡаҙан-эсәк юлы органдары менән проблемалар табылған; 29 кешелә тын алыу органдары ауырыуҙары асыҡланған; 98 кеше ҡан әйләнеше системаһы боҙолоуҙан яфалана.
-Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: күп кенә етди ауырыуҙар тәүге стадияларҙа билдәһеҙ үтә. Диспансеризация - ул формаллек түгел, ә һеҙҙең шәхси хәүефһеҙлек фильтрығыҙ. Үҙегеҙ өсөн ваҡыт табығыҙ, һаулығығыҙҙы тикшертегеҙ! – ти район дауаханаһының баш табибы.