+9 °С
Ясно
Антитеррор

Районыбыҙ волейболсы ҡыҙҙары турнир чемпиондары

17 октябрҙә Мәләүез ҡалаһында  тренер Сергей Бегов иҫтәлегенә волейбол буйынса республика турниры үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Районыбыҙ волейболсы ҡыҙҙары турнир чемпиондарыРайоныбыҙ волейболсы ҡыҙҙары турнир чемпиондары
Районыбыҙ волейболсы ҡыҙҙары турнир чемпиондары

“Рәсәй спорты” дәүләт программаһы сиктәрендә уҙған волейбол ярышында районыбыҙҙың Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе волейболсы ҡыҙҙары командаһы ла ҡатнашып, турнир чемпионы булды.

Спортсылар: Азалия Бассариева, Әлиә Ғилманова, Илзиә Рәхмәтуллина, Мәҙинә Ходжаҡолова, София Йосопова, Арина Йәмғурова, Софья Рахменева һәм Латифа Сәйфуллина үҙҙәрен оҫта волейболсылар итеп күрһәтте.

София Йосопова турнирҙың иң яҡшы уйынсыһы тип танылды, был икеләтә ҡыуаныслы!

Ҡыҙҙарҙы һәм уларҙың тренеры Ленар Сәйфуллинды ҡотлайбыҙ! Алда яңы еңеүҙәр теләйбеҙ!


Районыбыҙ волейболсы ҡыҙҙары турнир чемпиондары
Районыбыҙ волейболсы ҡыҙҙары турнир чемпиондары
Районыбыҙ волейболсы ҡыҙҙары турнир чемпиондары
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас