Радий Хәбиров Олег Малининға эшендә уңыштар теләне. Шулай уҡ республика етәксеһе Һаҡлыҡ банкына Башҡортостандың торлаҡ төҙөлөшө, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф һәм инфраструктура өлкәһендәге проекттарға ярҙамы, шул иҫәптән Ленин исемендәге паркты яңыртыуға булышлыҡ иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Республика көнөндә халыҡ өсөн был йәмәғәт киңлеге яңынан асылды.
– Өфө яңыртылған паркка эйә булды, уны Рәсәй Һаҡлыҡ Банкы идараһы президенты, рәйесе Герман Оскарович Греф ярҙамында үҙгәртеүгә ирештек. Тотош республиканан тағы бер тапҡыр компанияға ҙур ярҙамы өсөн рәхмәт әйтәм, – тине Радий Хәбиров. – Сбер – Башҡортостандағы төп банк, беҙ һеҙҙең менән килешеп эшләйбеҙ.
Һаҡлыҡ банкының вице-президенты, Урал банкы рәйесе төбәк бүлексәһенең яңы етәксеһе уңышлы эшләйәсәгенә ышаныс белдерҙе.
– Республика көслө иҡтисадҡа, үҫешкән сәнәғәт һәм ауыл хужалығы потенциалына эйә, Башҡортостан бизнесы заманса технологияларҙы әүҙем файҙалана һәм ҙур проекттарҙы тормошҡа ашыра. Беҙ төбәк халҡының ихтыяждары менән иғтибарлы эшләйәсәкбеҙ, власть һәм бизнес органдары менән партнёрлыҡты үҫтерәсәкбеҙ, – тине Олег Малинин.