Автомобиль асҡыстарын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы. "Улар илебеҙҙә йыйылған, заманса, уңайлы, мөмкинлектәре сикләнгән пациенттарҙы, инвалид коляскаһында ултырған кешеләрҙе йөрөтөү өсөн кәрәкле бар нәмә менән йыһазландырылған автомобилдәр. Унда кондиционерҙар, шыумай торған иҙән япмаһы, өҫтәмә яҡтыртыу бар. Үкенескә күрә, ҡайһы берҙә райондарҙа инвалидтарҙың дауаханаға барып етеү мөмкинлеге юҡ, шуға күрә бындай машиналарға ихтыяж ҙур - 250 берәмек самаһы. Уны 2024-2025 йылға тиклем ябырға тырышырбыҙ. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә артабан да ярҙам итәсәкбеҙ - был өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе. Кешеләрҙең һаулығы беҙҙең өсөн бик мөһим, " - тине төбәк башлығы.