Тыуып-үҫкән еренән алыҫта йәшәүселәр яҡташлыҡ хисенең ниндәй көслө икәнен яҡшы белә.
Яҙмыш ҡушыуы буйынса мин дә, ғафурийымдан ситтә көн күрәм. 2000 йылдар башында республикабыҙҙың Кушнаренко районында төпләнеп, шунда эшләп, донъя ҡороп, килен булып төшкән еремдә таш булып батып ҡалдым.
Әлбиттә, яңы ергә өйрәнеп китеүе еңелдән булманы. Башҡалалағы берегелгән мөхиттән, ҡайнап торған телевидение, радио даирәһенән айырылып, тыныс ҡына ауыл тормошона күнеп китеүе ҡыйыныраҡ булды. Алла барҙыр инде, шул саҡ Кушнаренкола яҡташым, Ҡолҡан ауылы егете Рәмил Басариевтың да йәшәүен белеп ҡалдым. Яйы сыҡҡас та район дауаханаһында ҙур ихтирам һәм хөрмәт ҡаҙанған яҡташым менән танышыу ысулын таптым. Шул көндән алып бөгөнгәсә Кушнаренко ерлегендә минең ағайым (туған булмаһаҡ та) барлыҡҡа килде. Бөгөнгө һүҙем уның тураһында.
Табиб һөнәре һәр осорҙа ла иң мәрхәмәтле һәм иң фиҙаҡәр хеҙмәттәрҙән һаналған, сөнки тик үҙен аямайынса эшләүсе һәм ихлас күңелле кешеләр генә атаҡлы медицина әһеленә әйләнә ала. Рәмил Карамат улы Басариев – шундайҙарҙың береһе. Үҙ эшен төплө белеүсе, ғәжәйеп иғтибарлы һәм һиҙгер табип, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер тороусы иҫ киткес кеше.
Ул Ҡолҡан ауылында тыуған. Мәктәпте тамамлап, ВЛКСМ-дың 15 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡырға инә. Юғары белемгә эйә булған йәш белгес юллама буйынса Кушнаренко үҙәк район дауаханаһына ебәрелә. Шул көндән алып бөгөнгә ҡәҙәр ҡырҡ йылға яҡын ваҡыт уҙып та киткән. Хеҙмәт юлын ябай фельдшер вазифаһынан башлаған. Ә иң ҡатмарлы тармаҡтарҙың береһе иҫәпләнгән неврологияны ул аңлы рәүештә һайлап ала.
Әлбиттә, больницабыҙҙа лайыҡлы табиптар етәрлек. Ләкин Рәмил Карамат улы уларҙың барыһынан да айырылып тора. Йәш егеттәрсә егәрле, тәбиғи һөйкөмлөлөгө, матур һөйләшеүе һәм барыһына ҡарата асыҡ булыуы менән үҙенсәлекле ул. Ауырыуҙар уны һәләтле табип булғаны, кешелеклеге, иғтибарлығы өсөн яраталар, сөнки неврологик сирлеләрҙән йөҙ бормай. Уның йылы һүҙҙәре үҙе бер дауа.
–Табип һөнәре – бик ҡыҙыҡлы һәм кәрәкле. Уға һәр ваҡыт ихтыяж буласаҡ. Һөнәремде бик яратам. Бында кешеләр менән аралашаһың, уларға ярҙам итә алаһың. Үҙең башҡарған эшеңдең ыңғай һөҙөмтәһен күргәс, һәр ваҡыт ҡәнәғәтләнеү кисерәм, – ти ағайым.
Табип үҙе оҙаҡ йылдар неврология бүлеген етәкләне. Хеҙмәттәштәрен һәр саҡ маҡтап телгә ала, бындағы кадрҙар менән ғорурлана. Татыу һәм эшһөйәр коллективта һәр кем үҙ вазифаһын яҡшы белә һәм намыҫ менән башҡара. Ә мөдир үҙе ҡаҡшамаҫ абруй яулаған. Ул вазифаһына ҙур яуаплылыҡ менән ҡарай, юғары дәрәжәлә эшкә һәләтлелеге, хеҙмәт һөйөүсәнлеге менән башҡаларға үрнәк.
Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте күп тапҡырҙар район хакимиәте һәм Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Рәхмәт хаттары һәм Маҡтау грамоталары менән билдәләнгән. Шулар иҫәбендә Рәсәй Федерацияһы һаулыҡ һаҡлау министры М.А.Мурашко ҡул ҡуйған Маҡтау грамотаһы ла бар.
Үҙенең ҡаҙаныштары тураһында һөйләп бармай ул. Шуға ла аралашҡан саҡта һүҙҙе икенсегә борорға тырыша. Әммә быға ҡарамаҫтан, беҙгә, уның пациенттарына, табибыбыҙҙың изге күңеле һәм уның оҙаҡ йылдар эшләү дәүерендә туплаған тәжрибәһе, «ул иң яҡшы табип», тип әйтергә хоҡуҡ бирә.
Р.Басариев иртәнән төнгә саҡлы эштә. “Дауа тапмай тороп, бер ниндәй ҙә ял юҡ”, – табиптың төп девизы. Нервы ауырыуҙары, стресс кеүек заман сирҙәре ентекле иғтибар талап итә. Дауалауға ҡарағанда киҫәтеү яҡшыраҡ – табип билдәләгән иң ябай рецепт.
– Һәр кем бәхет төшөнсәһен үҙенсә анлай. Ә минеңсә, кешенең төп бәхете – ул сәләмәт булыу. Сөнки таҙалыҡты аҡсаға һатып алып булмай. Уны һаҡларға һәм даими күҙәтеп торорға кәрәк. Нәҡ беҙ, табиптар, үҙенә күрә ҡотҡарыусыларҙай, кәрәк ваҡытта ярҙам ҡулы һуҙабыҙ, – тип иҫәпләй Рәмил ағай.
Кушнаренкола ғүмер кисергән ағайым тураһында күп һөйләргә була. Бөгөн минең еткерге килгән иң мөһим һүҙем икенсе. Рәмил ағайҙың Ғафуриҙа йәшәүсе туғандары, нәҫел-ырыуы уның менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ала. Сөнки ҡулынан эш килгән, һөнәрен яратҡан, башҡаларҙың күңел һәләтен бер ҡараштан аңлай белгән туғанығыҙҙы Кушнаренко халҡы ихтирам итә һәм ярата. Рәхмәт һиңә, ағай!
Айгөл ВӘЛИЕВА (ФӘХРИЕВА).
Кушнаренко районы.