+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
26 Июнь 2023, 00:55

Яҡындарыбыҙҙы был афәттән һаҡлайыҡ

26 июнь – Халыҡ-ара наркотик матдәләр ҡулланыуға һәм уның законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәш көнө. Был дата 1987 йылдан алып Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Генераль Ассамблеяһы ҡарары буйынса билдәләнә.

Яҡындарыбыҙҙы был афәттән һаҡлайыҡ
Яҡындарыбыҙҙы был афәттән һаҡлайыҡ

Наркотиктар таратыуға ҡаршы көрәш тарихына инде 100 йылдан ашыу. 1909 йылдың февралендә Шанхай опиум комиссияһы ҡатнашыусылары, ә уның эшендә 13 ил, шул иҫәптән Рәсәй ҙә ҡатнаша, Азия илдәренән наркотиктар индереүҙе сикләү юлдарын эҙләй башлай. Тик был проблема һаман да асыҡ килеш ҡала. Һуңғы ваҡытта наркотик ҡулланыусылар һаны күбәйә бара.
«Наркотик» грекса - ойоп ҡалыу, һиҙемләү бөтөү тигән һүҙ. Наркотиктарға балалар бик тиҙ өйрәнә, психик һәм физик бәйлелек барлыҡҡа килә. Нервы системаһы таушала, кеше хәлһеҙләнә. Өс минутлыҡ рәхәтлек өсөн күпме йәш ғүмерҙәр юғала. Тормоштоң ҡыҙығы ҡалмай, кеше кешелеген юғалта. Бик һирәк наркоман ғына 30 йәшкә тиклем йәшәй.
Был көндө ғәҙәттәгесә сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға йүнәлтелгән акциялар уҙғарыла.

Яҡындарыбыҙҙы был афәттән һаҡлайыҡ
Яҡындарыбыҙҙы был афәттән һаҡлайыҡ
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас: