+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
16 Июнь , 10:00

16 июнь – Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө Һөнәри байрамдарын һәйбәт күрһәткестәр менән ҡаршылайҙар

Йыл һайын июндең өсөнсө йәкшәмбеһендә Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Быйылғыһы 16 июнгә тура килеп, тап был көндө районыбыҙҙың барлыҡ аҡ халатлылары үҙҙәренең һөнәри байрамын ҡаршылай. Ошо уңайҙан Красноусол үҙәк район дауаханаһының баш табибы Хәкимйән Сабирйән улы СӘФӘРҒОЛОВты әңгәмәгә саҡырҙыҡ.

16 июнь – Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө         Һөнәри байрамдарын һәйбәт күрһәткестәр менән ҡаршылайҙар
16 июнь – Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө Һөнәри байрамдарын һәйбәт күрһәткестәр менән ҡаршылайҙар

Баш табиптың кәйефе яҡшы һәм һөнәри байрамдарын һәйбәт күрһәткестәр менән ҡаршылауҙарын, эшмәкәрлектәренә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан иҫкәрмәләр булмауын билдәләп үтте.
- Иң һөйөнөслө мәлдәрҙең береһе – быйыл кадрҙар мәсьәләһе ярайһы ғына хәл ителде, ниһайәт, райондың һаулыҡ һаҡлау системаһы тәжрибәле табиптар менән тулыланды. “Земство докторы” программаһы сиктәрендә эшкә килделәр. Улар: табип-рентгенолог, медицина фәндәре кандидаты Венер Шәрифуллин, табип-фтизиатр Валерий Осипов (респуб-лика туберкулёзға ҡаршы диспансерҙан эшкә килде), табибә-эндоскопист Рәйсә Усманова, табибә-терапевт Мәрфуға Хәкимғужина, йәш табибә-терапевт Әлфиә Заһиҙуллина, балалар табип-стоматологы Анастасия Яковлева. Сәйетбаба һәм Яңғыҙҡайын табиплыҡ амбулаторияларында фельдшерҙар Йәмил Мәһәҙиев менән Илнур Хәсәнов эш башланы. “Земство фельдшеры” программаһы буйынса Үзбәк ФАП-ында фельдшер булып Руслан Ғилфановты эшкә ҡабул иттек, киләһе йыл бында модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыу планлаштырыла. Дарьино табиплыҡ амбулаторияһына яңы уҡыу тамамлаған фельдшерҙы эшкә ҡабул итәсәкбеҙ. Физиотерапия бүлексәһендә физиотерапевт Ринат Әхмәҙиев ҡабаттан эш башланы. Маҡсатлы йүнәлтмә буйынса БДМУ-ла уҡыған педиатр һәм терапевтар эшкә ҡайтасаҡ, - тип әңгәмәне башланы Х.Сәфәрғолов.
- Әммә кадрҙар мәсьәләһе асыҡ ҡала әле. Беҙгә табип-реаниматолог-анестезиолог, табип-невролог (маҡсатлы йүнәлтмә буйынса уҡып йөрөйҙәр), акушер-гинеколог, Сәйетбаба, Табын, Дарьино табиплыҡ амбулаторияларына табип-терапевтар кәрәк. Был килеп тыуған проблеманы хәл итеү йәһәтенән район хакимиәте һәм кадрҙар бүлеге начальнигы Эльза Ғайса ҡыҙы Кәримова менән берлектә Ырымбур, Өфө медицина юғары уҡыу йорттарында, шулай уҡ колледждарҙа студенттар менән осрашыуҙар ойошторабыҙ, улар менән һөйләшеүҙәр алып барабыҙ.
Йәнә һөйөнөслө мәлдәрҙең береһе: “Беренсел звеноны модернизациялау” программаһының “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса быйыл районда дүрт модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттарын (Бурлы, Ибраһим, Ҡарағай) асыу планлаштырыла, күптән түгел шуларҙың береһе - Үтәк ауыл биләмәһенең Туғай ауылындағыһы файҙаланыуға тапшырылды. 2025 йылда йәнә һигеҙ өр-яңы модулле ФАП асыу планлаштырыла. Шул иҫәптән Аҡкүл ауыл биләмәһендә өр-яңы Дарьино модулле табиплыҡ амбулаторияһын быйыл көҙгә урынлаштыра башлап, киләһе йыл файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана.
- Был милли проект сиктәрендә тағы ла нимәләр эшләнде һәм һатып алынды?
- “Беренсел звеноны модернизациялау” программаһының “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса “Шевроле-Нива” һәм “Лада-Гранта” автомашиналарына эйә булдыҡ. Быйыл шулай уҡ үҙәк район дауаханаһына Һаулыҡ һаҡлау министрлығы йүнәлеше буйынса өс “УАЗ” автомашинаһы бүлеү планлаштырыла.
Үҙәк район дауаханаһында яңы рентген аппарат-маммограф урынлаштырыу күҙаллана. Өр-яңы видеоэндоскопик система һатып алынды (ашҡаҙан-эсәклектәге тайпылыштарҙы иртә асыҡлау өсөн).
Үҙәк район дауаханаһы бинаһы күҙгә күренеп яңы төҫ ала, күреүегеҙсә, дауахананың ҡабул итеү бүлексәһендә (тәҙрәләре алыштырыла, кабинеттар ремонтлана, яңы кабинеттар булдырыла) һәм ингән урында капиталь ремонт эштәре бара. Бөгөнгө көндә иң мөһиме - дауаханала һыу үткәргес торбаларҙы ремонтлап, йылы һыуға монтажлау эштәрен башланыҡ, ниһайәт, дауахана йылы һыу менән тәьмин ителәсәк.
Әлеге мәлдә Татар Саскүле, Ташлы ФАП-тарында ремонт эштәре бара, Юлыҡ ФАП-ы былтыр ремонтланды.
“Сәләмәтлек поезы” күсмә медицина комплекстары районыбыҙҙың Родина, Имәндәш, Татар Саскүле, Аҡкүл ауылдарында булып, барлығы меңләп кешене ҡабул итте һәм башланғыс стадияһында сирҙәрҙе (туберкулёз һәм башҡалар) асыҡланы. Бындай автопоезд өсөн БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығына, хөкүмәткә һәм Республика Башлығына рәхмәтлебеҙ. Һәр йәһәттән берлектәге эшмәкәрлектә ярҙамы өсөн район хакимиәте башлығына рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ.
- “Земство докторы” программаһы сиктәрендә табиптарға түләү 1-ҙән 1,5 миллион һумға артҡанлығы билдәле.
- Эйе, тап ошо программа табиптарҙы райондарға йәлеп итеүгә, йәғни дефицит белгестәргә вакансияларҙы тулыландырыуға бик һәйбәт стимул булып тора. “Земство фельдшеры” программаһы буйынса түләү 750 мең һумға етте, уның буйынса түләүҙе шәфҡәт туташтары һәм акушеркалар ҙа алыу мөмкинлегенә эйә.
- Коллектив тураһында ла әйтеп үтһәгеҙ ине. Һөнәри байрамығыҙ уңайынан кемдәрҙе маҡтап телгә алырһығыҙ?
- Район буйынса һаулыҡ һаҡлау системаһы 436 кешене берләштереп, шуларҙың 66-һы – табиптар, 220-һе – урта медицина хеҙмәткәрҙәре, өс провизор, психолог, биолог. Коллектив тырыш һәм эшлекле. Ағымдағы йыл башынан табиптарҙың эш хаҡтарына 50 мең һум, урта медицина хеҙмәткәрҙәренә 30 мең һум социаль түләүҙәр өҫтәлде. 1 ғинуарҙан барлыҡ медицина хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡтары 18,5 процентҡа артһа, йәнә табиптарға һәм башҡа белгестәргә - 30%, урта медицина хеҙмәткәрҙәренә 5 процентҡа арттырыу планлаштырыла.
Коллегаларыбыҙҙың етәүһе “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы” исемен лайыҡлы йөрөтә. Улар: С.М.Байгилдин, З.Ә.Ҡужина, Ә.С.Сәфәрғолов, Р.К.Хәсәнов, И.М.Арыҫланова, О.В.Никитина, М.Д.Никитин һәм шулай уҡ мин үҙем дә. Байрамыбыҙға йәнә бер коллегабыҙҙы бүләкләүгә тәҡдим иттек. Бер медицина фәндәре кандидаты бар. Коллективтан күптәр РФ һәм БР Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтарының Маҡтау грамоталары, РФ йәки БР-ҙың “Һаулыҡ һаҡлау отличнигы” билдәләре менән бүләкләнделәр. Һәм байрам көнөндә коллективтан күптәр лайыҡлы наградаларына эйә буласаҡ. Быларҙың барыһы ла районыбыҙ медицинаһында үҙ һөнәренең оҫталары, ысын мәғәнәһендә эштәрен яратып, күңел биреп һәм булмыштарына тоғро хеҙмәткәрҙәр эшләүен раҫлауға нигеҙ булып тора. Һөнәри байрам уңайынан үҙ һөнәре оҫталары: табибә-педиатр Ольга Васильевна Никитина, район педиатры Динара Абаевна Кулагина, табип-невролог Азат Закир улы Сөләймәнов, терапия бүлексәһе мөдире Раушан Рәфис улы Арыҫланов, табибә-стоматолог Ирада Миңлебай ҡыҙы Арыҫланова, балалар теш табибәһе Татьяна Валентиновна Полякова, табип-травматолог-ортопед Ринат Мират улы Ғәлиәхмәтов, табибә-эндокринолог Лена Мансур ҡыҙы Резбаева, биолог Зилә Викторовна Тимербулатова, провизор Әлфиә Марат ҡыҙы Ишембәтова, фельдшерҙар: Исмегөл Шәһит ҡыҙы Садиҡова (Ибраһим ФАП-ы), Светлана Фәрит ҡыҙы Мөхийәнова (Буруновка), Екатерина Павловна Фёдорова (Умартасылыҡ хужалығы), Любовь Ивановна Зорина (Архангелка), водителдәр Илшат Вилүр улы Аҡбуров, Рәфис Ишбулдин, Айрат Рамазан улы Сарышев һәм башҡалар.
Хеҙмәткәрҙәребеҙ эш менән бер рәттән спорт сараларынан да ситтә ҡалмай, төрлө кимәлдәге район һәм республика ярыштарында әүҙем ҡатнашып, призлы урындар яулайбыҙ. Республиканың 86 медицина учреждение-лары араһында 10-сы урынды биләйбеҙ.
- Һөнәри байрамығыҙ уңайынан теләктәрегеҙ ҙә барҙыр?
-Форсаттан файҙаланып, районыбыҙҙың барлыҡ медицина хеҙмәткәрҙәрен, коллегаларҙы һәм ветерандарыбыҙҙы – Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайым. Кешеләрҙең һаулығын һәм ғүмерен һаҡлауға бағышлаған еңел булмаған яуаплы эштәрендә иҫәнлек-һаулыҡ, уңыштар, бәхетле оҙон ғүмер, имен тормош һәм байрамса кәйеф теләйем.
Ә район халҡына теләгем шул: профлактик тикшереүҙәр үтеүгә, диспансерлаштырыуға көтөп ҡалабыҙ, ишектәребеҙ һәр ваҡыт асыҡ. Баш табип булараҡ, көн һайын ҡабул итеү үткәрәм.
- Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Хәкимйән Сабирйән улы. Һеҙҙең ҡотлауҙарға беҙ ҙә ҡушылабыҙ. Байрам менән!

16 июнь – Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө         Һөнәри байрамдарын һәйбәт күрһәткестәр менән ҡаршылайҙар
16 июнь – Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө Һөнәри байрамдарын һәйбәт күрһәткестәр менән ҡаршылайҙар
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: