+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
13 Июль , 09:00

Күңеле лә аҡ уның

Мең төрлө сырхауҙарға дауа тапҡан, үлем менән көрәшеп ятыусыла өмөт уятып, күпме кеше ғүмерен һаҡлап ҡалған шәфҡәт эйәләрен беҙ яратып, аҡ халатлы фәрештәләр, тип йөрөтәбеҙ. Еҙем-Ҡаран участка дауаханаһынан ғүмеренең өс тиҫтә йылдан ашыу өлөшөн һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә бағышлаған табип Рафаэль Хәсәновты ла хаҡлы рәүештә ана шул фәрештәләрҙең береһе тип әйтергә була. Был ваҡыт арауығында ул күпме ғүмерҙе ҡотҡарған, нисәмә кешегә яңынан йәшәү, һау-сәләмәт булыу шатлығы бүләк иткән – быныһын инде бары тик Аллаһ үҙе генә белә.

Күңеле лә аҡ уның
Күңеле лә аҡ уның

-Табип һөнәре ауыр ҙа, үтә яуап-
лы ла. Сөнки улар ҡулында – кеше ғүмере. Атайым йыш ауырыны, шунлыҡтан гелән генә ауылдағы фельдшерға, табиптарға мөрәжәғәт итә инек. Уларҙың ярҙамынан һуң атайымдың хәле арыуланып, тиҙүк аяғына баҫа торғайны. Ана шул бала саҡтан миндә сирлеләргә ярҙам итеүсе ошо ауыр ҙа, яуаплы ла һөнәр эйәһе булыу хыялы бөрөләнеп, артабан табип һөнәрен һайлауыма этәргес булғандыр, - ти бөгөн Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Рафаэль Камил улы.
Юлыҡ ауылында Рәйфә менән Камил Хәсәновтарҙың ишле ғаиләһендә 7-се бала булған Рафаэль бәләкәйҙән тырыш, ныҡышмал, ҡыҙыҡһыныусан була. Бик тә илгәҙәк, ярҙамсыл, аҡыллы бала булып үҫте, тиҙәр уның хаҡында элекке күршеләре. Урта мәктәпте уңышлы тамамлағас, бала саҡ хыялын тормошҡа ашырып, документтарын Өфө дәүләт медицина университетына тапшыра һәм дауалау бүлегенә уҡырға инә. Икенсе курсты тамамлауына әрме хеҙмәтенә саҡырыла. Ил алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡас, уҡыуын дауам итә.
Ҡулына “дөйөм практика табибы” дип-ломы алған йәш белгескә ҡалала эшкә ҡалыу мөмкинлеге булһа ла, ул тыуған яғына ҡайтырға ҡарар итә һәм 1993 йылда Красноусол үҙәк дауаханаһында эш башлай. Бер йыл самаһы эшләгәс, Еҙем-Ҡаран участка дауаханаһына күсә. Баш табип Фәрит Мөхтәр улы Мәҡсүтов, Марат Вәлиев, Илһам Мозафаров менән берлектә Бурлы, Еҙем-Ҡаран, Ҡауарҙы ауыл биләмәләренә ҡараған эреле-ваҡлы 21 ауыл халҡын хеҙмәтләндерәләр. Бер осор Сәйетбаба участка дауаханаһына йөрөп, Сәйетбаба, Имәндәш ауыл биләмәләренә ҡараған ауылдар халҡына ла медицина ярҙамы күрһәтә.
- Сирлеләр төрлө була, сәләмәтлеккә бәйле проблемаларҙы хәл итеүҙән тыш, кешене тыңлай белергә, уға ярҙам итергә, ә ҡайһы саҡ айырыуса йомшаҡ күңелле пациенттарға серҙәш, кәңәшсе лә булырға тура килә. Йыш ҡына ауырыуға тән генә түгел, йән дауаһы ла табырға кәрәк. Кешене сирҙән арындырыу менән бергә уны сәләмәт йәшәү серҙәренә төшөндөрөү, киләсәккә өмөт һәм ышаныс уятыу мөһим, ә был көткән һөҙөмтәне бирә, - ти Рафаэль Камил улы.
Мөләйем йөҙлө, кешелекле, ярҙамсыл, изге күңелле Рафаэль Камил улын бөгөн районда белмәгән кеше юҡтыр. Ул һәр ауырыуҙы иғтибар менән тыңлай, ентекле тикшерә, дауалау курсын билдәләй. Дөйөм практика табибы – медицина өлкәһендәге киң профилле белгес. Иң ҙур яуаплылыҡ улар иңендә тиһәм дә һис арттырыу булмаҫтыр. Башҡа табиптарға юллама алыу, операция алдынан тикшерелеү, төрлө хроник сирҙәрҙе асыҡлау фәҡәт улар аша үтә. Яратҡан һөнәренә йәне-тәне менән бирелгән табип пациенттарҙың ышанысын, хеҙмәттәштәренең оло хөрмәтен, абруйын яулаған.
Бәхетен дә Еҙем-Ҡаранда осрата Рафаэль. Үҙе менән бер мәктәптә уҡыған күрше Һабай ауылы ҡыҙы Нурсилә Мөхәмәтулла ҡыҙы был ваҡытта бында өлкән шәфҡәт туташы булып бер йыл эшләп өлгөргән була. Сибәр, аҡыллы, үҙенә лә, башҡаларға ла талапсан булған, үҙ эшен төплө белгән ҡыҙ тәү күреүҙән йөрәген биләй Рафаэлдең һәм 1995 йылдың йәмле йәйендә гөрләтеп туй үткәреп, сәстәрен сәскә бәйләйҙәр. Татыу, өлгөлө ғаиләлә өс бала үҫә. Журналист һөнәрен һайлаған өлкән ҡыҙҙары Диана хәҙер инде үҙе әсәй, тормош иптәше Илнур менән Каролина һәм Эвелина исемле ике ҡыҙ үҫтерәләр. Улдары Айҙар менән ҡыҙҙары Лиә Красноусол башҡорт гимназияһын алтын миҙалға тамамлағас, икеһе лә атаһы-әсәһе юлын дауам итеп, медицина һөнәрен һайлаған. Айҙар медицина университетының дауалау факультетын тамамлап, Республика балалар дауаханаһында ординатура үткән. Ул шулай уҡ медицина хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреү курстарында коллегаларына лекциялар уҡый. Лиә иһә институттың ошо уҡ факультетының 5-се курсын тамамлаған.
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге фиҙаҡәр хеҙмәте тейешенсә баһалана Рафаэль Камил улының. Күп тапҡырҙар төрлө кимәлдәге, шул иҫәптән БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Маҡтау грамоталары менән бүләкләнә. "Башҡортостандың атҡаҙанған табибы" тигән юғары исемгә лайыҡ булды. Иң мөһиме, халыҡтың, ауырыуҙарҙың ышанысын, ихтирамын яулаған абруйлы табиптарҙың береһе ул.
Рафаэль Камил улы менән һөйләшеүҙе бәхетле булыу серҙәренән башлағайныҡ.
- Бәхет күп яҡлы төшөнсә бит. Ҡапыл ғына мин бәхетле кеше тип әйтеүе лә ҡыйын. Шулай ҙа бәхетлемендер тим. Яратҡан ғаиләм, ғорурланырлыҡ балаларым, олатай тип йүгереп йөрөгән ейәнсәрҙәрем, күңелемә ятҡан эшем бар, - ти ошо көндәрҙә үҙенең 55 йәшлек юбилейын билдәләгән Рафаэль Камил улы. - Сирләп килгән ауырыуҙарға, ауылдаштарыма ярҙам итә алыуым да бәхет бит. Уларҙың рәхмәт һүҙҙәрен ишетеүе үҙе бер бәхет.
Бына шулай, тормоштан йәм, ғәм, кешеләргә ихлас күңелдән ярҙам итә алыуынан кинәнес табып йәшәй аҡ халатлы, аҡ күңелле табип. Юбилейығыҙ менән, Рафаэль Камил улы.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.

Ҡотлайбыҙ!
(540) Ҡәҙерле тормош иптәшем, атайыбыҙ, олатайыбыҙ Рафаэль
Камил улы ХӘСӘНОВ ошо көндәрҙә матур юбилейы – 55 йәшен билдәләй.
Ҡәҙерлебеҙ,беҙ һинең менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ һәм ихтирам итәбеҙ. Барлыҡ яҡшылыҡты йыйған изге йөрәгең, сабыр холҡоң, кешеләргә тик изгелек ҡылып йәшәүең менән һин беҙгә өлгө булып тораһың һәм һәр саҡ һиңә оҡшарға тырышабыҙ. Барыһы өсөн дә һиңә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Артабан да яратҡан эшеңдән йәм, ғәм табып, яңынан-яңы уңыштарға өлгәшеп йәшәргә, эшләргә яҙһын. Ныҡлы һаулыҡ, күтәренке кәйеф, бәрәкәтле тормош теләйбеҙ. Һәр саҡ шулай тырыш, ярҙамсыл, яҡындарыңдың, туғандарыңдың терәк-таянысы булып, бағлаған өмөттәреңде тормошҡа ашырып, алдыңа ҡуйған маҡсаттарыңа өлгәшеп, йортобоҙҙоң алтын бағанаһы булып йәшә.
Кешелекле, ихлас, итәғәтле,
Хөрмәтләйҙәр шуға үҙеңде!
Абруйлы ир, яҡшы атай итеп,
Танытҡанһың яҡты йөҙөңдө.
Ошо бәхетеңдең ҡотон күреп,
Һутын тойоп ҡылған эшеңдең,
Йәшә, әйҙә, гөрләп, ҡәҙерлебеҙ,
Түрҙәрендә күркәм йәшеңдең!
Һине яратып тормош иптәшең Нурсилә, улың Айҙар, ҡыҙҙарың Диана, Лиә, кейәүең Илнур, ейәнсәрҙәрең Каролина, Эвелина.

Күңеле лә аҡ уның
Күңеле лә аҡ уның
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас: