30 июлдә тантаналы шарттарҙа йәнә өсәү: Бурлы, Ибраһим һәм Ҡарағай ауылдарында ФАП-тар файҙаланыуға тапшырылды. Районыбыҙҙа ошондай модулле ФАП-тар һаны 12-гә етте.
Был көндө районға эш сәфәре менән килгән Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Гөлнара Фаат ҡыҙы Зиннурова, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Стәрлетамаҡ медицина округы буйынса баш штаттан тыш белгесе, 1-се һанлы Стәрлетамаҡ ҡала дауаханаһының баш табибы Илшат Иншар улы Яппаров, Рес-публика Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюз ойошмаһы рәйесе Рауил Мәғрүф улы Халфин, БР ТФОМС-ы ДУ-һы Стәрлетамаҡ филиалы етәксеһе Альберт Миңлеғәле улы Бәҙретдинов, Салауат ҡалаһының 39-сы һанлы Медик-социаль бюроһы етәксеһе Наталья Николаевна Куцова район хакимиәте бинаһында граждандарҙы шәхси һорауҙары буйынса ҡабул итте.
Көндөң икенсе яртыһында ра-йон ҡунаҡтары район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов етәкселегендә Бурлы ауылындағы модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыу тантанаһында ҡатнашты.
ФАП-тарҙың барыһы ла ауылдарҙың уртаһында урынлашып, уға матур биҙәк өҫтәгән ҙур һәм иркен, йылы һәм яҡты медицина учреждениеларында заманса барлыҡ уңайлы шарттар булдырылған: барлыҡ йыһаздар һәм ҡорамалдар менән пациентты ҡабул итеү, процедуралар, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн тәғәйенләнгән махсус кабинеттар, һыуытҡыстар менән йыһазландырылған дарыуҙар һаҡлау, кейем алыштырыу, хужалыҡ бүлмәләре, бәҙрәф тә бар.
Үҙ эшенең оҫталары
ФАП-тарҙа үҙ эштәренең оҫтаһы булып танылған, тәжрибәле – ике тиҫтәнән алып дүрт тиҫтә йылға яҡын ғүмерҙәрен ауылдаштары сәләмәтлеген һаҡлауға бағышлаған фельдшерҙар Альбина Вәзир ҡыҙы Ғүмәрова (Бурлы), Исмегөл Шәһит ҡыҙы Садиҡова (Ибраһим), Розалия Зөлфәр ҡыҙы Зәйнешева (Ҡарағай) эшләй.
Ибраһим ФАП-ы фельдшеры Исмегөл Садиҡова Ибраһим ауылында тыуып үҫкән. Еҙем-Ҡаран урта мәктәбен тамамлағас, Салауат ҡалаһындағы медицина училищеһында дүрт йыл фельдшер-акушер һөнәрен үҙләштереп, Еҙем-Ҡаран участка дауаханаһына акушерка булып эшкә ҡайта. Ҡабул итеү бүлмәһендә, артабан “Ашығыс ярҙам” бүлексәһенә күсерелеп, был төбәк халҡы сәләмәтлеге һағында уяу торған фельдшерҙы Ибраһим ауылы ФАП-ына эшкә тәғәйенләйҙәр. Бында 20 йыл инде хеҙмәт уңыштары менән һөйөндөрә, дөйөм стажы – 34 йыл. Исмегөл Шәһит ҡыҙы ике ҡыҙ әсәһе, кесеһе – Наҙгөл – үҙе кеүек медицина юлын һайлап, Өфөләге дауаханаларҙың береһендә “Ашығыс ярҙам” фельдшеры булып эшләй.
Бурлы ауылы ФАП-ы фельдшеры Альбина Ғүмәрованың медицинала дөйөм хеҙмәт стажы – 24 йыл. Өфө районының Йоматау ҡасабаһында донъяға килеп, ғаиләләре районыбыҙҙың Аҡкүл ауылына күсеп килгәс, бындағы урта мәктәптә 11-се класты тамамлағас, Стәрлетамаҡ ҡалаһы медицина колледжына уҡырға инеп, 1999 йылда дөйөм практика фельдшеры дип-ломына эйә була. Районға эшкә ҡайтҡан йәш фельдшерҙы Бурлы ауылы ФАП-ына тәғәйенләйҙәр һәм ошо көнгәсә был төбәк халҡының сәләмәтлеген һаҡлай. Альбина Вәзир ҡыҙы дүрт бала әсәһе.
Ҡарағай ауылы фельдшеры Розалия Зәйнешева Юрмаш ауылында тыуып үҫә. 1986 йылда Ҡарағай урта мәктәбен тамамлағас, Салауат ҡалаһындағы медицина училищеһына шәфҡәт туташтары әҙерләү бүлегенә уҡырға инә. 1988 йылда тыуған районына эшкә ҡайтып, Юрмаш медпунктында декрет ялындағы фельдшерҙы алыштырып тәүге хеҙмәт юлын башлай. Артабан Ҡарағай ФАП-ына күсерелеп, 36 йыл инде арымай-талмай был төбәк халҡы (Яңы Тайыш, Мораҙ, Яңы Ҡауарҙы, Некрасовка) сәләмәтлеге һағында тора. Розалия Зөлфәр ҡыҙы өс ҡыҙ әсәһе, иң кесеһе – Зөлфиә әсәһе юлынан китеп, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы медицина училищеһын тамамлап ҡайтҡан, һөнәре буйынса - шәфҡәт туташы. Әсәһе хаҡлы ялға сығыуына уның эшен ҡабул итер, тип өмөтләнәләр.
"Ауылдарҙың киләсәге өсөн эшләйбеҙ"
Бурлы, Ибраһим, Ҡарағай ауылдары, был төбәктәр халҡын медицина пункттары асылыуы менән ҡотлап, район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов:
-Ҡәҙерле ауылдар халҡы, ысынлап та, бөгөн ҡыуаныслы көн, сөнки беҙ районыбыҙҙа өс модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктын асабыҙ. Һуңғы йылдарҙа республикала “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы бындай бик күп модулле ФАП-тар төҙөлөп, файҙаланыуға тапшырыла. Бының өсөн Радий Фәрит улы Хәбировҡа рәхмәтлебеҙ. Шул уҡ ваҡытта һәр ҡайһыһына һыу, электр һәм башҡа коммуникациялар үткәреү, биләмәһен төҙөкләндереү район иҫәбенән башҡарыла. Районда барлығы 12 ФАП файҙаланыуға тапшырылһа, киләһе йылға йәнә һигеҙҙе асырға уйлашабыҙ, - тине Фәнзил Фәйез улы. – ФАП-тарға сирләп кенә түгел, профилактика өсөн дә килеүегеҙҙе теләйем, балалар тыуып торһон, сабыйҙар күберәк икән, тимәк, ауылдың да киләсәге бар, тигән һүҙ, ФАП-тың изгелеген күрегеҙ, үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, иҫән-һау булығыҙ, - тигән теләктә ҡалды район етәксеһе.
ФАП-тарҙы асыу тантаналарында БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, “Красноусол” шифаханаһы директоры Рәмил Рафаил улы Бәҙретдинов, Красноусол үҙәк район дауаханаһының баш табибы Хәкимйән Сабирйән улы Сәфәрғолов, Имәндәш ауыл биләмәһе буйынса ра-йон Советы депутаты Фаил Һәҙиәт улы Зәйнетдинов, Бурлы, Имәндәш ауылы биләмәләре башлыҡтары ла бар изге теләктәргә ҡушылып, медицина биналары халыҡҡа оҙаҡ хеҙмәт итеүен, кешеләр һаулығын һаҡлауға ҙур өлөш индереүен теләнеләр.
Сарала ауылдар халҡы исеменән сығыш яһаусылар ошондай ҙур бүләк өсөн республика һәм район етәкселегенә ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙеләр. Ил-көнөбөҙ имен булып, еребеҙҙә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашып, һаулыҡ-именлектә йәшәйек, тигән теләктә ҡалдылар.
ФАП-тарға ҡыҙыл таҫмалар киҫелде һәм барыһы ла биналар эсенә үтеп, пунктты иғтибар менән ҡарап сыҡҡандан һуң, барыһынан ҡәнәғәт булыуҙарын белдерҙеләр.
Был иҫтәлекле көн ауылдарҙа ҙур байрамға әүерелде. Район мәҙәниәт йорто артистары һәм ауылдар һәүәҫкәрҙәре йыйылған халыҡҡа дәртле йырҙарын бүләк итте, шулай уҡ уңған хужабикәләр әҙерләгән һый-ниғмәттән һығылып торған табын артында сәй менән һыйланып, был һөйөнөслө ваҡиғанан яҡты уйҙар менән таралышты.
Республика Башлығы Радий Хәбиров:
- Өс йыл элек райондар буйлап йөрөй башлағас, фельдшер-акушерлыҡ пункттарының ниндәй генә экзотик биналарҙа урынлашмауын күрҙем, ә улар беҙҙә бөтәһе - 1960. Мәҫәлән, бер ФАП Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында хәрби әсирҙәр урынлаштырылған баракта, икенсеһе – бөтөнләй XIX быуатта төҙөлгән бинала урын алған. Оҙаҡ ваҡыт был объекттарға тейешле иғтибар бирелмәне, тап ФАП аша ауыл халҡы медицина тураһында фекер йөрөтә. Шуға күрә беҙ үҙ алдыбыҙға бөтә иҫке фельдшер-акушерлыҡ пункттарын алмаштырыу бурысын ҡуйҙыҡ. Һәм беҙ Рәсәй Президенты В.В.Путинға беренсел звеноны комплекслы модернизация-
лау программаһын башлап ебәргәне өсөн рәхмәтлебеҙ. Был аҡса менән нығытылған етди документ. 2025 йылға тиклем Башҡортостан 18 миллиард һум аласаҡ, - тине Радий Хәбиров һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһының матди-техник базаһын нығытыуҙың мөһимлеге хаҡында. Башҡортостанда медицина көндән-көн уңайлыраҡ, юғары технологиялы һәм заманса була бара. 2023 йылда республиканың һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә бөтә финанслау сығанаҡтарынан 106,9 млрд һум йүнәлтелгән.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә матди-техник базалар яңыртыла, йәғни медицина ярҙамы инфраструктураһы үҫешә. 2023 йылда 98 тиҙ төҙөлә торған модуль конструкцияһы һатып алынып урынлаштырылған, шул иҫәптән 84 ФАП, 9 табиплыҡ амбулаторияһы, 5 ВООП. 1 табип амбулаторияһына капиталь ремонт үткәрелгән, дөйөм суммаһы 1,3 миллиард һумлыҡ 4233 берәмек медицина ҡорамалдары һәм 203 миллион һумдан ашыу суммаға 185 автомобиль һатып алынған. 2023 йылда республикаға 25 күсмә медицина комплексы һәм 20 берәмек "ауыр" ҡорамал килтерелгән.
Хәкимйән СӘФӘРҒОЛОВ, Красноусол үҙәк район дауаханаһының баш табибы:
- Һуңғы йылдарҙа медицинаға ҙур иғтибар бирелә. Төрлө программалар, проекттар ярҙамында һаулыҡ һаҡлау өлкәһе медицина кадрҙары, ҡорамалдар, төпкөл ауылдар модулле ФАП-тар менән тулыландырыла.
Улар араһында “Беренсел звеноны модернизациялау” программаһының “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты, “Земство докторы”, “Земство фельд-
шеры” программалары. Быйыл
“Земство докторы” программаһы сиктәрендә районыбыҙҙың һаулыҡ һаҡлау системаһы беҙҙә үтә лә кәрәкле тәжрибәле һәм йәш табиптар (табип-рентгенолог, фтизиатр, эндоскопист, терапевтар, балалар табип-стоматологы) менән тулыланды, шулай уҡ “Земство фельдшеры” программаһы буйынса ике фельдшерҙы эшкә ҡабул иттек, ФАП-тарҙа йәнә 5 фельдшер эш башланы. “Беренсел звеноны модернизация-лау” программаһының “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса быйыл ра-йонда өр-яңы дүрт модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттары (Туғай, Бурлы, Ибраһим, Ҡарағай ауылдарында) асылды. Йәмғеһе 12 булды, киләһе йылға йәнә һигеҙҙе асыу планлаштырыла.
Ошо уҡ программа ярҙамында үҙәк район дауаханаһы өр-яңы “Шевроле-Нива” һәм “Лада-Гранта” автомашиналарына эйә булды. Ауыл халҡына медицина ярҙамы алыу мөмкинлеген арттырыуға йүнәлтелгән “Сәләмәтлек поезы” күсмә медицина комплекстары районыбыҙҙың ауылдарында булып, ҡабул итеүҙәр уҙғарҙы, башланғыс стадияһында сирҙәр асыҡланды. Үҙәк район дауаханаһы кәрәкле медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылды, бөтөн тикшереүҙәрҙе, МРТ менән КТ-нан башҡа, үтергә мөмкин. Халыҡ сәләмәтлеген ҡайғыртыусы Республика Башлығына һәм район етәкселегенә рәхмәтлебеҙ.