- Йылдың-йылы беҙҙә 90-дан 110-ға тиклем яман шеш (рак) менән ауырыусылар асыҡлана. Уларҙың 50 процент тирәһенең сире аҙған була. 650 тирәһе кеше иҫәптә тороп, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар араһында балаларҙың булыуы үтә лә аяныслы. Ауырыу сығанағы локализацияһы буйынса беҙҙең районда үпкә, һөт биҙе һәм ашҡаҙан яман шеше өҫтөнлөк итә. Әлбиттә, беҙҙең хәүеф төркөмө байтаҡ. Унда физик көсөргәнешһеҙ аҙ хәрәкәт итеүсе тормош алып барыусылар, шулай уҡ тәмәке тартыу менән мауығыусылар, алкоголде артыҡ ҡулланыусылар бар. Ауырыуҙы оҙайлы стресс, гормональ өҙөклөктәр тыуҙыра ала. Бынан тыш, нәҫелдән килгән бирешеүсәнлек тә мөһим.
Әгәр ҙә нимәлер борсоһа, мотлаҡ табипҡа күренеп, тикшереү үтергә кәрәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙә кешеләр хәле тамам ауырлашҡансы дауаханаға бармай. Күптәр үҙҙәрендәге оҙайлы хәлһеҙлектең сәбәбен онкологиялыр тип иҫәпләмәй. Һөҙөмтәлә, мөрәжәғәт итеүселәрҙең күпселегенең сире 3-сө йәки 4-се стадияла була.
Шуға һәр кемдең иғтибарын йәлеп итергә теләйем: әгәр ҙә һеҙ ғәҙәти булмаған билдәләр күҙәтәһегеҙ икән, мәҫәлән, оҙайлы йүтәл һәм тын ҡыҫылыу, аҙыҡты йотоу ауырлығы, тымау, эс ҡатыуы, бәүел сығарыу проблемалары, тәндәге оҙаҡ дауаланмаған шештәр, тиҙәктә, бәүелдә, ҡаҡырыҡта ҡан ҡушылмалары һәм башҡалар - табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Тәндә нимәлер барлыҡҡа килә, миңдәр йәки пигмент таптары формаһын үҙгәртә йәки ҡанһырай башлай икән – шулай уҡ мөрәжәғәт итергә сәбәп бар.
Онкология ауырыуҙарын иҫкәртеү һәм мөмкин тик-лем иртәрәк асыҡлау өсөн беҙҙең район дауаханаһында “Һаулыҡ һаҡлау” модернизациялау программаһына ярашлы, диагностикалау өсөн бөтәһе лә бар: флюорография, маммография, ФГС, колоноскопия, бронхоскопия, УЗИ-аппараттары. Әгәр ҙә пациентҡа өҫтәлмә КТ йәки МРТ-диагностика кәрәк була икән, беҙ уны ҡорамалдар булған яҡындағы ҡалаға ебәрәбеҙ. Ағымдағы йылдың тәүге яртыһында ғына ла маммограф ярҙамында ете ҡатында һөт биҙе яман шешен тәүге (1-2) стадияларында асыҡланыҡ.
Был тәңгәлдә йылдың-йылы республика райондарының иң төпкөл ауылдарына ла барып еткән “Сәләмәтлек поездары”ның файҙаһын айырым билдәләп үтергә теләйем. Быйыл беҙҙә лә бер нисә ауылда эшләгән “Сәләмәтлек поезы” белгестәре бер пациентканың һөт биҙе рагын, икенсе берәүҙең простата биҙендә шеште асыҡланы. Ике осраҡта ла иртә стадияла, тимәк, тулыһынса дауаланыуға ышаныс ҙур.
Нигеҙҙә, һуңғы ете йылда онкологик ауырыуҙарҙы диагностикалау һәм дауалау өлкәһенә бик ҙур бюджет аҡсалары йүнәлтелде! Әгәр элек сирҙең һуңғы стадияһындағы пациенттарҙы өмөтһөҙ тип баһаларға мөмкин булһа, бөгөн онкологтар һәр сирле өсөн һуңғы сиккә тиклем көрәшә, сөнки мөмкинлектәр һәм саралар була тороп, ҡул һелтәп ҡуйырға хоҡуғыбыҙ юҡ.
Яман шеште дауалауҙа хирургик, нурҙар менән дауалау, химиотерапия һәм ҡушма дауалау ысулдары ҡулланыла. Был ысулдарҙың береһен һайлау яман шештең ниндәй стадияла булыуына, шештең ҙурлығына бәйле. Тап ошо алымдар ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкинлек бирә. Яҡынса 90-95% осраҡта иртә стадияла табылған яман шеште дауаларға мөмкин. Һуңыраҡ этаптарҙа ыңғай һөҙөмтәләргә 25-45 процент осраҡта өлгәшеп була. Шулай уҡ тотороҡло ремиссияға өлгәшкәндәрҙең проценты ла арта. Миҫал итеп, ошо сир менән 47 йыл иҫәптә торған пациенттарымдың береһен килтерергә мөмкин.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә ракты дауалаусы дарыу юҡ, уны ҡулланып, шунда уҡ дауаланырға йәки ғүмерлеккә ошо сирҙән һаҡланырға мөмкин булған тылсымлы дарыу юҡ. Бында барыһын да профилактика хәл итә. Статистика буйынса, онкология сирҙәренең таралыу сәбәптәре араһында беренсе урында халыҡтың медицина ярҙамы һорап һуң мөрәжәғәт итеүе тора, был хаҡта мин башта телгә алғайным инде. Бөгөнгө көнгә районыбыҙҙа 3 меңдән ашыу кеше ике һәм унан күберәк йылдар флюорография үтмәгән, был тикшереү бушлай булыуын белә тороп. Диспансерлаштырыуҙы ла үтергә кәрәк. Табиптарҙан ҡурҡырға ярамай, беҙ һеҙгә ярҙам итергә генә теләйбеҙ. Һәм һүҙемде йомғаҡлап, шуны әйтер инем: иң мөһиме – насар ғәҙәттәрҙән арынырға тырышығыҙ, туҡланыуығыҙҙы иғтибарҙан ситтә ҡалдырмағыҙ, йәғни дөрөҫ туҡланығыҙ, шулай уҡ физик әүҙемлекте көсәйтеү зарур, стрестарҙан һаҡланығыҙ. Һаулыҡ – ҙур байлыҡ, тип бушҡа әйтмәйҙәр. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: сәләмәтлегегеҙ – үҙегеҙҙең ҡулда! Сәләмәт булығыҙ!
Ағымдағы йылдың февралендә Өфөлә Республика балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәге асылды. Ул онкологик, ауыр һәм гематологик сирле, беренсел иммунодефицитлы балаларҙы юғары технологиялы медицина ярҙамының бөтә төрҙәре, шул иҫәптән юғары дозалы химиотерапия, һөйәк мейеһе һәм көпшә күҙәнәктәре трансплантацияһы менән уңышлы тәьмин итә. Бынан тыш, бында педиатрияла молекуляр-биологик тикшеренеүҙәр үткәрелә. Башҡортостан өсөн уникаль криоһаҡлағыс бар, ул һөйәк мейеһен һәм башҡа күҙәнәк продукттарын оҙаҡ һаҡлауҙы тәьмин итә. Үҙәк үҙ эсенә онкология, гематология, һөйәк мейеһе трансплантацияһы һәм интенсив терапия, радиологик тикшеренеүҙәр, амбулатор-диагностика бүлеге, донорҙарҙы иммунологик типлау лабораторияһы, молекуляр-генетик һәм цитогенетик лабораториялар, шулай уҡ операция блогы һәм көндөҙгө стационарҙы ала.
- Беҙ был үҙәктең нисек кәрәк булыуын яҡшы аңлайбыҙ һәм беҙ уны төҙөнөк, - тип билдәләне үҙәкте тантаналы асыу мәлендә БР Башлығы Радий Хәбиров. – Балалар сирләй икән, беҙҙең бурыс – яҡшы шарттар булдырыу һәм һәйбәт дауалауҙы ойоштороу. Элек беҙҙең балалар федераль үҙәктәргә бара ине, һәм беҙ уларҙың барыһына ла баш эйәбеҙ, сөнки улар беҙҙең балаларҙы ҡабул иттеләр, дауаланылар, хәстәрлек күрһәттеләр. Әммә ләкин беҙ үҙебеҙҙең үҙәк булыуын, бөтөн дауалауҙың бында, Өфөлә үтеүен бик теләнек. Әгәр балалар ауырый икән, әйҙәгеҙ, бөтөн донъя менән уларҙың һауығыуы өсөн барыһын да эшләйек!